Аҡыллыға — ишара...06.03.2015
Башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме-юҡмы тип урынһыҙ бәхәс ҡуйыртҡандарға сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең фекере фәһем бирер һәм ҙур һабаҡ булыр.

Дәүләт теленә –
дәүләт яҡлауы!


Республикабыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып, Интернет селтәренән күҙә­теп барабыҙ. Борсоған мәсьәләләр күп. Иң көйөндөргәне — башҡорт теле буйын­са урынһыҙ бәхәстәрҙең ҡуйыртылыуы. “Миңә башҡорт телен өйрәнеү кәрәкмәй”, “Тыуған ерҙән ситкә китеп, туған телде оноттом” тигән һүҙҙәргә һис кенә лә ышанмайым. Был үҙ ялҡаулығын аҡлар өсөн һылтау ғына, минеңсә. Аҡылы бар кеше бындай һүҙҙәрҙе әйтмәҫ. Белгәнең бер ваҡытта ла онотолмай ул, телдәрҙе өйрәнеү ҙур донъяға юл аса.
Ҡыҙым, улым менән эстон, инглиз, ғәрәп телдәрен өйрәндек. Әле норвеж телен үҙләштерәм. Беҙгә был эш бер ҙә ауырлыҡ тыуҙырманы. Теләк кенә бул­һын. Бер-ике сит телде беләһең икән, башҡаларын өйрәнеүе еңелерәк. Эстонияла оҙаҡ йылдар йәшәһәк тә, башҡорт телен һис онотманыҡ.
Башҡортостанда күптәр беләлер: Эстонияның танылған милли опера со­лис­тары Виллу Валдмаа менән Алар Хаак беҙҙең милләттең боронғо йыр­ҙарын башҡортса башҡарырға өйрәнде. Моңдары йөрәккә үтеп инерлек! Уйлап ҡараһаң, эстондарға башҡорт теле, йыры ни өсөн кәрәк һуң? Был — кешенең юғары мәҙәни кимәленең күрһәткесе!
Алдынғы илдәрҙә шундай талап ҡуйы­ла: мәҫәлән, әгәр Эстонияла йәшәйһең икән, эстон телен мотлаҡ белергә тейеш­һең. Уҡырға ингәндә, эшкә урынлашҡанда был төп шарттарҙың береһе һанала. Элек эстон телен халыҡҡа бушлай өйрәт­теләр. Ҡайһы бер кешеләр курстарға йөрөргә теләмәне. Хәҙер был хеҙмәт тү­ләүле. Урыҫ теллеләр бушлай уҡытыу­ҙарын һорай. Ҡиммәтселеккә һылтанып, ғилем алыуҙан ситләшергә тырышҡандар ҙа осрай. Эстон теленә төрлө ойош­ма­ларҙа өйрәнергә мөмкин, әммә курстарға йөрөргә һәм имтихан бирергә кәрәк. Һынауҙы уңышлы тапшырғандан һуң ғына уҡыуға түләгән аҡсаңды кире бирәләр. Эстон телен белмәгәндәр өсөн киләсәккә юл ябыҡ.
Башҡортостанға ҡайтҡан һайын баш­ҡорт балын, милли сувенирҙарҙы эҙләп, ҙур сауҙа үҙәктәренә барам. Һатыу­сыларға башҡортса өндәшһәм, миңә: “Не понимаем”, – тип яуап бирәләр. Ә үҙҙә­ренең мосолман икәнлеге йөҙҙәренән күренеп тора. Башҡортса йәки татарса яуап бирергә ғәрләнәләрме, әллә телде ысынлап та белмәйҙәрме — бик ҡыҙға­ныс хәл! Үҙ илеңдә үҙеңсә һөйләшеүҙән оялырғамы ни? Әгәр дөйөм ҡулланы­лыш­та юҡ икән, туған телде нисек һаҡламаҡ кәрәк һуң?! Һәр ил үҙенең дәүләт телен өйрәнеүҙе талап итергә хаҡлы! Әгәр кеше ошо ерҙә йәшәй икән, ул шул дәүләттең телен, һис шикһеҙ, белергә тейеш.

Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Эстония,
Таллинн ҡалаһы.

Алдынғы илдәрҙең өлгөһөнә эйәрәйек!

Минең атайым — яҙыусы Агиш Ғир­фанов, әсәйем Фәймә Лотфрахман ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ғү­мер буйы уҡытыусы булып эшләне. Ғаиләлә һәр саҡ башҡортса ғына һөйләштек.
Израилдә республикабыҙҙан сыҡҡан ватандаштарым күп түгел. Сит ерҙә бер-беребеҙҙе юғалтмаҫҡа, бер ғаиләләй аралашып йәшәргә тырышабыҙ. Яҡ­таш­тарым араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың барыһын да Башҡортос­таны­быҙ­ға һөйөү, һағыныу хистәре бер­ләштерә. Тыуған илеңдең, туған те­лең­дең ҡәҙерен сит ерҙәрҙә нығыраҡ аңлайһың, баһалайһың... Рес­публикабыҙҙың бөгөн­гө­һө менән ҡыҙыҡ­һынып барабыҙ, уңыш­тары өсөн һө­йө­нәбеҙ, проблемаларына көйөнәбеҙ.
Израилдә “Иврит телен өйрәнергә кәрәкме?” тигән һорау бер ваҡытта ла ҡуйылмай. Әгәр һин ошо дәүләттә йәшәй­һең икән, уны барлыҡҡа килтергән ерле халыҡтың телен мотлаҡ белергә те­йешһең. Шунһыҙ тулы хоҡуҡлы граждан түгелһең. Юғары уҡыу йорттарына инә, эшкә урынлаша алмайһың. Ғөмүмән, цивилизациялы илдәрҙә ерле халыҡтың телен өйрәнеү шик аҫтына ҡуйылмай, мотлаҡ үтәлә торған шарт булып һанала. Был — бәхәсһеҙ һәм дөрөҫ талап!
Әгәр республикабыҙ үҙ дәүләт телен ошондай кимәлгә күтәрһә, Башҡортос­танда йәшәгән барлыҡ халыҡ башҡортса өйрәнер ине. Телде белеү үҙ-ара дуҫ­лыҡты көсәйтә, татыулыҡты нығыта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн республика­быҙҙа йәшәп тә, дәүләтебеҙ телендә бер һүҙ аңламағандар бихисап. Был кешелә мәҙәни кимәлдең түбән булыуын күрһәтә. Тел белеү – үҙе ҙур байлыҡ ул!

Гөлнур ҒИРФАНОВА.
Израиль,
Хайфа ҡалаһы.


Вернуться назад