Һорағыҙ – ярҙам итербеҙ13.03.2015
“Ҡышҡыһын тәҙрәләребеҙ йыш туңа, ә мейескә нығыраҡ яҡһаң, ирей, тирләй башлай. Берәй кәңәш бирмәҫһегеҙме?”
Т. КӘРИМОВ.
Шаран районы.

Тәҙрәләрҙең туңыуының, тирләүенең сә­бәбен уның үҙенән эҙләргә кәрәк, әлбиттә. Дөрөҫ эшләнмәгән, ярыҡтары ҡалған, быяла­һы бөтөн булмаған тәҙрәләр туңып, боҙ ме­нән ҡапланып бара. Ябай ғына кәңәштәрҙән түбәндәгеләрҙе әйтеп үтергә була:
— Рамдар араһына ағас күмере һалығыҙ. Йәмһеҙ булып күренеп ятмаһын тиһәгеҙ, өҫтөн мамыҡ менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Был бик һөҙөмтәле алым һанала.
— Рам араһына бәләкәй һауыттарға, банкаға һалып тоҙ ҡуйығыҙ.
— Быяланы ике яҡтан да спиртҡа ҡушылған гөлсирен (глицерин) ҡатнашмаһы менән һөртөп сығығыҙ.

* * *
“Ваннала, ҡул йыуғыста барлыҡҡа килгән тутыҡ таптарын бөтөрөүҙең берәй һөҙөмтәле генә ысулын өйрәт­мәҫһегеҙме икән?”
А. ВӘХИТОВА.
Йылайыр районы.

Тамсылап ағып торған һыуҙан барлыҡҡа килгән тутыҡ эҙен бөтөрөү өсөн аш һеркәһен бер аҙ йылытып, самалап тоҙ өҫтәгеҙ һәм ошо ҡатнашма менән ышҡып йыуығыҙ. Ә инде бындай таптар үтә иҫке булһа, майлы буяуҙарҙы шыйыҡлатыу өсөн һатылған ҡатнашма йәки скипидар ҡулланырға була. Сепрәк киҫәгенә шыйыҡсаны тамыҙып, тут таптарын ышҡығыҙ, аҙаҡтан кер йыуыу порошогы менән йыуып ҡуйығыҙ.

* * *
“Йыл әйләнәһенә тигәндәй көйә йонсота. Уға ҡаршы көрәшеүҙең файҙалы алымдарын яҙмаҫһығыҙмы? Магазиндан һатып алған махсус препараттарҙың һөҙөмтәлелеге оҙаҡҡа етмәй”.
С. ҒҮМӘРОВ.
Мәсетле районы.

Көйә яран (герань) гөлөн, дөрөҫөрәге, уның еҫен яратмай. Кейем-һалым һаҡланған шкаф янында ошо гөлдө үҫтерегеҙ. Еҫе ны­ғыраҡ сыҡһын өсөн ваҡыты-ваҡыты менән гөлдөң япраҡтарына ҡул менән һаҡ ҡына тейеп алығыҙ.
Көйәгә ҡаршы тағы бер кәңәш: ҡиммәтле бүректәрҙе, мамыҡ шәлдәрҙе тоҙло ҡап­сыҡ­тарҙа йәки төргәктәрҙә һаҡлағыҙ. Кизе-ма­мыҡ туҡыма киҫәген йәки шундай мате­риал­дан тегелгән ҡапсыҡты 20-30 минут самаһы тоҙло һыуҙа тотоғоҙ. Уларҙы ныҡлап киптергәс, “тоҙло” туҡыма киҫәгенә йәки ҡапсыҡҡа әй­берҙәрегеҙҙе һалып һаҡларға ҡуйы­ғыҙ.“Тоҙло” туҡыма аша көйә үтә алмаҫ.

* * *
“Иҙәндәге балаҫҡа ныҡ ҡый һырый, саңһурғыс менән генә алып бөтөп булмай. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?”
Ф. СӘЛИМОВА.
Дүртөйлө районы.

Синтетик балаҫтарға һырыған ҡыйҙы тулыһынса таҙалау бик ауыр, сөнки был материал ”электрлана”. Мәсьәләне хәл итеү өсөн кер йыуғанда ҡулланылған кондиционер менән һыуҙы 1:1 нисбәттә алып, балаҫҡа һиптереп сы­ғығыҙ (пульвизатор ҡулланығыҙ). Был балаҫты синтетик зарядтан ”азат итә” һәм барлыҡ ҡый саңһурғыс ярҙамында бик тиҙ таҙара.








Вернуться назад