Ашығыҙ тәмле булһын!13.03.2015
Ашығыҙ тәмле булһын! Өйҙә эшләнгән
«Хот-дог»


Дүрт хот-дог әҙерләү өсөн: дүрт оҙонса булка, 4 сосиска, кетчуп, майонез, гәрсис, 1 помидор, тоҙло ҡыяр, сыр һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Булкаларҙы буйлатып уртаға ҡырҡҡас (тик икегә бүленмәҫкә тейеш), кетчуп яғабыҙ ҙа эсенә сосиска һалабыҙ, тоҙло ҡыярҙы һәм помидорҙы түңәрәкләп киҫеп, сосисканың бер яғына—ҡыяр, икенсе яғына помидор киҫәктәрен теҙәбеҙ. Хот-дог өҫтөнә майонез, гәрсис һөртәбеҙ, ваҡ ҡырғыста ҡырылған сыр һибәбеҙ. Микротулҡынлы мейестә йә ҡыҙҙырылған духовкала сыр ирегәнсе тотоп алырға. Әҙер хот-догтың өҫтөн ваҡлап туралған укроп менән биҙәргә була.

Иртәнге сәйгә запеканка

Ике ҡап эремсеккә 5 аш ҡалағы манный ярмаһы, 4 аш ҡалағы шәкәр, 3 йомортҡа, 200 г ҡаймаҡ, бер семтем тоҙ ҡушып болғатырға һәм был ҡатнашмаға уксуста һүндерелгән ярты балғалаҡ сода өҫтәргә. Шулай уҡ йөҙөм ҡушырға була.
Әгәр ҙә булһа – фигуралы табаларға, булмаһа, ябай табаға һалып, еңелсә генә һорғолт төҫкә ингәнсе бешереп алырға. Бик тәмле булыр иртәнге ашығыҙ!


Вернуться назад