КҮС УЯНҒАН МӘЛ13.03.2015
КҮС УЯНҒАН МӘЛ Күстәрҙе баҙҙан сығарған көндән умартасы өсөн яҙ башлана. Умарталарҙа ҡорт күсе уяна, инә ҡорт бала һала башлай, ә эшсе ҡорт үрсем үҫтерә. Бала тәрбиәләгән эшсе ҡорттар был осорҙа емде күберәк ашай. Ҡышҡы осорҙа (октябрь-ғинуар) һәр бал ҡорто ғаиләһе уртаса айына бер килограмм аҙыҡ тотонһа, яҙ көнө уның ике тапҡырға артыуы ихтимал.

Яҡшы ҡышлаған осраҡта умарталарҙы сығарыу, һауа температураһы 12 градусҡа күтәрелгәс, йылғаларҙа боҙ китеү, үгәй инә үләненең, умырзаяның сәскә атыуы, тәүге күбәләктәрҙең уяныуы менән тап килә. Күстәрҙе кистән төнгә ҡаршы, ҡояш байыр алдынан сығарыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Төндә ҡорттар тыныслана, ә икенсе көндә тыныс ҡына беренсе осош яһай. Ғәҙәттә, тәү сиратта, көслө ғаилә ҡорттары оса.
Тәүге осоштан һуң күстәрҙең тормошо әүҙемләшә, эшсе ҡорттар тәүге сәскәләрҙән һитә ташый, кәрәҙ күҙәнәктәрен һәм ояларын таҙарта, инә ҡорттоң бала һалыуы арта.
Тәүге көндәрҙә умартасы барлыҡ иғтибарын уларҙың осоуын һәм нисек ҡышлауын асыҡлауға туплай һәм бал ҡорто, ғаиләләрен ҡарап, беренсе ярҙам күрһәтергә ашыға.
Умартаны яҡшылап йылытһаң, ҡышлап сыҡҡан эшсе ҡорт оҙағыраҡ йәшәй һәм күберәк бала тәрбиәләй.


Вернуться назад