
*
Орлоҡ өсөн бөтә төр ҙә ярамай. Ғәҙәттә сәсеү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бүлбеләрҙе алырға күнегелгән. Ләкин был дөрөҫ түгел, тип аңлата белгестәр – иң эреләрен сәсергә кәңәш итәләр: тауыҡ йомортҡаһынан да вағырағын һайламағыҙ.* Картуфты шыттырырға сәсерҙән 20 – 30 көн алдан ҡуялар. Ул йәшелләнергә тейеш, тик ҡояш нурҙары туранан-тура төшмәһен. Ышығыраҡ урын кәрәк. Картуфты теҙгәндә бер-береһенең өҫтөнә ҡуйыу яҡшы түгел. Артыҡ ҡараңғы урында тотолған картуфтың шытымы сибек була, сәскән ваҡытта өҙөлөп бөтә. Орлоҡто даими рәүештә дымландырып тороғоҙ. Дымландырыу өсөн ҡулланған һыуға көл, минераль ашлама ҡушырға була. Был орлоҡ һәйбәт шытһын һәм ауырымаһын өсөн эшләнә.
* Картуфты 60х60 см аралыҡ ҡалдырып сәсеү – үҫемлек өсөн иң ҡулайы. Һирәк ултыртылған картуфты ат менән күмәләр ҙә уңыш көтәләр. Был осраҡта тамырҙар зарарлана, картуф бүлбеләре ер аҫтында сәскән ерҙә түгел, тап ошо күмелгән урында формалаша. Картуфты ултыртыу тәрәнлеге 10-15 см булырға тейеш. Унан тәрәнерәк булған осраҡта орлоҡ шытып сығыуға күп көс сарыф итә, ә инде 10 сантиметрҙан кәм булһа, ер тиҙ кибә һәм орлоҡ дым етешмәүҙән һәләк була.
* Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәштә химик ысул менән генә уңышҡа өлгәшеп булмай. Ундай матдәләрҙе мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланыу маҡсатында тәүге сыҡҡан ҡарышлауыҡтарҙы бер-ике көн ҡул менән йыйып, улар күпләп күренә башлағас, кис менән химик эшкәртеү үткәреү яҡшы.
* Иң ҡулай сәсеү ваҡыты – майҙың икенсе яртыһы. Иртә өлгөрөүсе картуфты 9 май тирәһендә сәсергә мөмкин, был инде 10-15 июлдә яңы уңыш өлгөрә тигән һүҙ. Йылы ергә сәселгән картуф 60 көндә ашарлыҡ була.
* Сүп үләндәренә ҡаршы көрәшеү өсөн картуф шытып сыҡҡас утарға һәм бер-ике аҙнанан, буйға күтәрелгәс, уны бик матур итеп күмергә кәрәк.