Ћәр бала ғаиләлә үҫһен13.03.2015
Ике йыл элек йәй балам менән паркта йөрөй инек. Эскәмйәлә ултырған туғыҙ-ун йәш тирәһендәге ҡыҙҙан башҡа бер кем дә күренмәй. Быға тиклем дә уны ошонда осратҡаныбыҙ булды. Был юлы бәләкәсем уның эргәһенә йүгерҙе. Мин дә балам артынан йүнәлдем. Ҡыҙ илай ине.
“Нимә булды? Ниңә илайһың?” – тип һорағас: “Атайым әрләне, ҡайыш менән һуҡты. Өйгә ҡайтҡым да килмәй”, – тип яуап бирҙе. Кисә автобусты көткәндә, тағы ошо баланы осраттым. “V класта уҡыйым”, – тине ул һәм хәҙер атаһы менән бергә йәшәмәүҙәре хаҡында әйтте.
Љыҙғанысҡа ҡаршы, балаларға ҡарата бындай ҡаты мөнәсәбәткә йыш шаһит булабыҙ. Өҫтәүенә етем ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа күп. Уларҙың күбеһе – әсәһе менән атаһы булған көйөнсә етем. Иң ҡыҙғанысы: һуңғы йылдарҙа хатта “социаль етемдәр” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде.
– Илдәге етемдәрҙең 85-90 проценты – социаль. Был – тотош ил бәләһе, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов “Мегаполис. Бала саҡ биләмәһе” тигән форумды асҡанда. Ике көн буйы барған сараға Рәсәйҙең 32 төбәгенән килгәйнеләр. Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаҡлау мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙә төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Милана СКОРОБОГАТОВА, Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле:
– Социаль етемдәр араһында ғәзиз кешеһен табып: “Љайҙа булдың һин, әсәй? Ниңә мин һиңә кәрәк түгелмен?” – тигән һорауҙарҙы бирергә теләүселәр бар. Шуға төрлө ауырлыҡтар кисергән һәм бала ҡарау буйынса бурыстарын тулыһынса атҡара алмаған ғаиләләрҙе иртә асыҡлау бик мөһим.