ҠАНУНИӘТ КАМИЛЛАШЫРҒА ТЕЙЕШ13.03.2015
9 – 11 мартта Башҡортостанда Рәсәй юристары ассоциацияһы көндәре үтте. Уның барышында Стәрлетамаҡта “Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары” Бөтә Рәсәй конференцияһы ла ойошторолдо. Сарала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондының Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Константин Цицин, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный һ.б. ҡатнашты.

– Тағы егерме йылдан авария хәлендәге торлаҡ күләме 100 миллион квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. Әммә был йәһәттән эш алып барылмай түгел: закон проекты әҙерләнгән, хоҡуҡи институт булдырылған, – тине Сергей Степашин.
Сығыштар торлаҡ өлкәһендәге ике яҡ ярҙы ла күҙ уңында тотто. Ябай граждандарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса фекер алыштылар, шул уҡ ваҡытта идарасы компанияларҙың хәле лә иҫәпкә алынды. Бынан тыш, социаль йорттар төҙөү, эште еренә еткереп һәм ваҡытында башҡарырға ҡамасау­лаусы Көнбайыш санкциялары тураһында ла һүҙ барҙы.
Республикала үҙ хоҡуҡтарын тулыһынса фай­ҙа­лана алмаған һуғыш ветерандары, етемдәр күп. 70– 80 йыл элек төҙөлгән йорттарҙа йәшәүселәр байтаҡ. Бар ерҙә лә бер сәбәп – урындағы етәксе­лектең торлаҡ менән тәьмин итеү бурысынан нисек тә булһа ҡасыуы. Әммә асыҡланған һәр осраҡ – Прокуратура контролендә.
Һәр кемдең хаҡы хаҡ тигәндәй, муниципалитеттар менән авария хәлендәге торлаҡтан яңы фатирға күсеүселәр араһында йыш ҡына низағ тыуа.
– Мәҫәлән, 45 квадрат метрлыҡ фатирҙа йәшәгән биш кешенән торған ғаилә ошондай уҡ майҙанлы фатирға күсеүҙән баш тарта. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, һәр ҡайһыһына 14 квадрат талап итәләр. Ғәмәлдә ғаилә судта еңеп сыға. Әммә шул уҡ ваҡытта авария хәлендәге йорттарҙа йәшәп ятыусы башҡа граждандарҙы ла уйларға кәрәк бит. Был йәһәттән ҡануниәттең камиллашыуы фарыз, – тип, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов та үҙ тәҡдимен еткерҙе.
Конференцияның ғәмәли өлөшөндә ҡунаҡтар ҡаланың бер нисә объектында ла булып өлгөрҙө. Мәҫәлән, Төҙөүселәр урамындағы 63-сө йортта авария хәлендәге торлаҡтан күскән граждандар йәшәй. Улар яңы фатирҙарынан бик ҡәнәғәт. Ә бына өлгөлө Артем урамындағы 116-сы йортта иһә энергияны һаҡсыл тотоноу йәһәтенән яңы технологиялар ҡулланылған.







Вернуться назад