Торлаҡ мәсьәләһе һаман киҫкен13.03.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашин һәм Фондтың генераль директоры Константин Цицин менән осрашты.
Сара барышында республикала халыҡты авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүҙең адреслы программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта уҙғарылған “Торлаҡ өлкәһендәге хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашҡан өсөн Сергей Степашинға рәхмәт әйтте.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, тупланған тәжрибәгә ҡарамаҫтан, программаны тормошҡа ашырыуҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.
– Белеүегеҙсә, ошондай ҙур программалар һәм ҙур аҡса тирәләй һәр саҡ шикле кешеләр күп була. Нефтекамала, Әмзә ҡасабаһында, мәҫәлән, намыҫһыҙ төҙөүселәргә осраныҡ. Әле был төбәктә хәлде яйға һалыу менән шөғөлләнәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
– Нисек кенә булмаһын, етешһеҙлектәр һәр ерҙә бар. Шулай ҙа республикала хәл насар тип әйтмәҫ инем. Программаны 2017 йылға тиклем үк үтәй алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Финанс йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, — тине Сергей Степашин.