Мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ13.03.2015
Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһендәге Ҡабанбай батыр мавзолейында булды.
Республикабыҙҙың Ҡаҙағстандағы вәкиле бурыстарын башҡарыусы Ренарт Яуынбаев менән Силәбе өлкәһенән тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Сәғиҙуллинды ошо ергә яҡын урынлашҡан Ҡыҙылъяр ауылы мәктәбе хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөнө. Улар Ҡабанбай батырҙың биографияһы, мәктәптә уға арнап уҙғарылған саралар хаҡында һөйләне. Балалар тарихи материалдар йыйыу менән шөғөлләнә, батырҙың биографияһын сәхнәләштереп тамашалар ҡуя икән.
– Атай-олатайҙарыбыҙҙың данлы үткәне хаҡында тарихи иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлау йәһәтенән ойошторолған саралар ихтирамға лайыҡ. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ батырҙары йәмғиәттә лә, яу яланында ла оҡшаш бурыстарҙы башҡарған. Шуға күрә тикшеренеүҙәр ҙә халыҡтарыбыҙ араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итер, — тине Ренарт Яуынбаев.
Рөстәм Сәғиҙуллин Ҡаҙағстан уҡыусыларына Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә батырҙар хаҡындағы иҫтәлекте һаҡлау буйынса ойошторолған саралар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, күптән түгел Нуриман районында Төлкөсура батыр Алдағоловҡа арналған рәсем конкурсы уҙғарылды. Башҡортостан делегацияһы мәктәп китапханаһына башҡорттар тарихы тураһындағы материалдар, китаптар һәм республика флагын бүләк итте.