Хоккей – бөтә халыҡ уйыны13.03.2015
“Хоккей ул начальниктар, бағыусылар өсөн түгел, ә барлыҡ халыҡтыҡы булырға тейеш. “Салауат Юлаев” киләсәктә лә яратҡан командабыҙ булып ҡалһын өсөн беҙ бергәләп барыһын да эшләргә тейеш”. Шулай тине төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Салауат Юлаев” хоккей клубы командаһы араһында бағыусылыҡ хаҡында килешеү төҙөлгән тантанала.

Рөстәм Зәки улы, сараның мөһимлеген билдәләп, бығаса тарихта үҙ урыны булған команданың артабан да яңы уңыштар менән ҡыуандырыуын теләне, “Башнефть” компанияһының президенты Александр Корсикка рәхмәт белдерҙе.
– Башҡортостан өсөн хоккей социаль күренеш, миллионлаған кешенең яратҡан спорт төрө була­раҡ мөһим. Спорттың иң башында торған уйын төрө ул. Минең бында килеүем киләсәктә уға дәүләттең ҙур иғтибар бүләсәгенә һәм һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер булыуына гарантия, – тине Рөстәм Хәмитов.
Контракт әлегә бер йылға төҙөлдө. Хоккей клу­бы­ның генераль директоры Александр Семак бер аҙҙан уйынсылар составында һәм тренерҙар штабында ла үҙгәрештәр көтөлөүе хаҡында әйтте.









Вернуться назад