“Ни сыҡһа, баймаҡтарҙан сыға” тигән лаҡапты бөтә республика халҡы ишетеп бөткәндер инде. Кемдер баймаҡтарҙы маҡтанырға ярата тип тә ебәреүсән. Быға һис тә аптырарға түгел: күрһәтерлек эштәре, ғорурланырлыҡ шәхестәре булғанда, ниңә маһаймаҫҡа, ти?! Йәнә бына, район мәртәбен арттырып, бар республиканы шаҡ ҡатырып, Баймаҡтың батыр, аҫыл, сәмле, айбарлы егеттәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саңғы марафонын уңышлы тамамлап, район комсомолдарының 1975 йылғы ҡаһарманлығын ҡабатланы.Ысынлап та, ете егеттең бындай елле аҙымға йөрьәт итеүе батырлыҡҡа тиң. Алыҫ араларҙы саңғыла үтеп, юлдағы төрлө хәүефле мәлдәргә әҙер булыу, өмөт бағлап, аҡ юл теләп оҙатҡан яҡындарыңдың ғына түгел, меңдәрсә яҡташыңдың ышанысын аҡлау өсөн, физик әҙерлектән тыш, ихтыяр көсө, рух ныҡлығы ла талап ителә. Әйткәндәй, командала тап шундайҙар йыйылған да! Иманым камил, йылдар үткәс, ошо ҡыйыу егеттәрҙең исеме район тарихына яңы бит булып өҫтәлер әле.
Өфөнө “яулаған” саңғысылар менән яҡындан аралашыу маҡсатында ойошторолған матбуғат конференцияһында район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов әлеге сараның ни тиклем файҙалы булыуын билдәләп үтте. Ул, берҙән, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына ихтирам һәм иғтибар билдәһе булһа, икенсенән, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
– Баймаҡ комсомолдарының 1975 йылғы саңғы уҙышын ҡабатлап, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған акция ойоштороу тәҡдимен хуплап ҡаршы алдыҡ. Әҙерлек йәһәтенән бигерәк тә Баймаҡ һәм Темәс эшҡыуарҙары ҙур ярҙам күрһәтте. Саңғысыларҙың маршруты, йоҡларға урын табыу, туҡланыу, ял итеү мәсьәләләре, осрашыу үтәсәк ауылдар менән алдан һөйләшеү алып барылды. Егеттәрҙе ихлас ҡабул иткән бөтә район етәкселәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм мәктәп директорҙарына шәхсән рәхмәтемде еткерәм, — тине Илшат Хәмит улы.
Район башлығы саңғысыларға, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙарға һәм 1975 йылдағы марафонда ҡатнашҡан Салауат Иҫәнғоловҡа рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Артабан акцияла ҡатнашҡан саңғысыларҙың етәксеһе Илшат Хәмитов үҙҙәре үткән юл, төрлө районда, ауылдарҙа ойошторолған осрашыуҙар хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тип бушҡа әйтмәгән халыҡ. Әлбиттә, беҙҙең батыр егеттәр ҙә төрлө мажараға тарыған: аҙашып киткән осраҡтары ла, тау түбәненә уҡтай осҡан саҡта йығылып ятып ҡалыуҙар ҙа, ағас ташыған йөк машинаһынан ялтанып ситкә ырғыу ҙа, кеҫә телефонын юғалтып, дүрт саҡрымды кире үтеү ҙә – барыһын да кисергән улар. Бөгөн был ваҡиғаларҙы һәммәһе лә йылмайып хәтергә ала.
Спортсылар маршрутҡа ингән ауылдарҙа, мәҫәлән, Бөрйән районының Байғаҙы һәм Иҫке Монасип, Ғафури районының Красноусол ауылдарында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйөндә булған һәм уларға сараның иҫтәлеге итеп бүләктәр тапшырған. Иң ауыры тип Аҫҡар – Ҡолғана араһы иҫәпләнһә, иң еңеле Темәс – Байғаҙы юлы булған. Улар запасҡа тағы берәр пар саңғы йөкмәгән, хатта быймаға тәғәйенләнгән һунар ҡалтағайын да алыусылар булған, әммә уныһын ҡулланыу ихтыяжы тыумаған.
Өфөлә баймаҡтарҙы нисек ҡаршылауҙары хаҡында гәзит аша хәбәр иткәйнек инде, шуға күрә ҡабатлап тороуҙы кәрәкле тип тапманыҡ.
Матбуғат конференцияһында саңғысыларҙың береһенең: “Оҙатҡан саҡта күпме райондаштың беҙгә өмөт менән ҡарағанын күреп, юлда осраған һәр кемдең шундай ихласлыҡ менән ҡаршы алыуын тойоп, ошо ышаныстарҙы аҡлау өсөн генә булһа ла маршрутты имен-һау үтергә кәрәк, тигән уй тыуғайны. Аллаға шөкөр, йөҙҙәргә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, Баймаҡтың данын тағы бер тапҡыр күтәрҙек, ысынлап та, берҙәм, татыу, дәртле һәм сәмле булыуыбыҙҙы йәнә иҫбатланыҡ. Хәҙер күкрәктәребеҙҙе күгәрткәнсе ҡағып маһая алабыҙ”, – тип уйынлы-ысынлы әйткәненә ниҙер өҫтәү кәрәкмәйҙер, минеңсә.