Нәсихәттәр13.03.2015
Ғилемле кеше тәкәбберләнмәй

“Йөрәгендә саң ҡәҙәре генә булһа ла тәкәбберлек йөрөт­кән әҙәм балаһы йәннәткә инә алмаҫ”, “Тәкәбберҙәрҙе аяттарымдан алыҫ тотам” – ошондай юлдар бар изге “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Ғөмүмән, тәкәбберлек – иң насар сифаттарҙың береһе. Ул – эске йәшертен тойғо, шулай ҙа ҡайһы саҡта әҙәм бала­һының тышҡы ҡиәфәтендә, үҙ-үҙен тотошонда, тәртибендә сағылыш таба. Мәҫәлән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм заманында бай ғәрәптәр юғары дәрәжәһен, исемен оҙон кейем аша күрһәтергә тырышҡан. Хәҙер иһә был затлылыҡты танытыуҙың башҡа юлдарына шаһит булабыҙ.
Аҡыллы, ғилемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, тәкәбберләнеп йөрөмәй, бәлки ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур өлгө – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Хоҙайҙан бирелгән ҙур ғилеме менән бер ҡасан да маһаймаған, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар илә уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уларға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә.

Ғәйбәт – ҙур гонаһ

Әҙәм балаһын һүҙ менән рәнйетеү, йән ҡыйыу – Исламда ҙур гонаһ. Аллаһ Тәғәлә бер-береңде яратырға, тыныслыҡҡа ынтылырға бойора.

“Эй, әҙәм балалары! Башҡалар тураһында теләһә нәмә уйлап йөрөүҙән һаҡланығыҙ, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер-берегеҙҙе насар маҡсатта күҙәтмәгеҙ, артынан яман һүҙ һөйләмәгеҙ. Ғәйбәт – ҙур гонаһ. Аллаһтан ҡурҡа белегеҙ”.


Вернуться назад