Ауылда “Мөхәммәтсафа” мәсетен асыу ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде. Күптәр “илдә – көрсөк” тип көйәләнгәндә, кейекбайҙар, “ыһ” та итмәй, ике яңы бина (иман һәм урындағы хакимиәт йорттары) төҙөп, күңелде ғәфләт баҫмаһа, замандың ниндәйендә лә бынамын итеп йәшәп булыуын иҫбатлап та ҡуйҙы.Ауылға йәм, ҡот биреп ултырған Аллаһ йортон төҙөүгә эшҡыуар Азамат Сафин көсөн дә, аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәне. Уның ҙур тырышлығына бәйле асылған өсөнсө мәсет был. Йүнсел әлеге иман йортона диндар олатаһының исемен биргән. Азаматтың атаһы Әхәт ағай Сафин әйтеүенсә, Мөхәммәтсафа Ишмөхәмәтов – Каруанһарайҙа ғилем алған, Бөрйән ерендә иман таралыуға ҙур көс һалған шәхес.
Иман йортон асыу тантанаһына райондан ғына түгел, республиканың төрлө төбәктәренән, хатта Мәскәү ҡалаһынан да килделәр. Сара башында Кейекбай ауыл Советы хакимиәте башлығы Илшат Сәйфетдинов эшҡыуар Азамат Сафинға, шулай уҡ “Башрегионстрой” йәмғиәтенән Ирек Әхмәҙуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, изге йортто төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә халыҡ исеменән иң изге теләктәрен еткерҙе.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов Ҡөрьән аяттары бағышлағас, хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙ алды.
– Бөрйәндә хәҙер 20-нән ашыу мәсет эшләй, – тине ул. – Яңы Усманда хатта ике иман йорто бар, бөгөн бына кейекбайҙар ҙа ошондай икеләтә шатлыҡ кисерә. Тиҙҙән Яңы Собханғолдағы мәсет тә ишектәрен асыр, Ҡурғашлы, Нәби ауылдары халҡы ла Аллаһ йорто төҙөү ниәте менән яна. Белеүегеҙсә, уҙған йәй мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ҡатнашлығында район үҙәгендәге “Фурҡан” мәсетенә нигеҙ ташы һалынды.
Иман йорттары йәш быуынды тәрбиәләү үҙәге лә булһын ине. Уларға изге ниәт менән аяҡ баҫҡан халыҡ дини ғилем, рух көсө, күңел сафлығы алып сыҡһын. Мәсеттәрҙең ишеге һәр саҡ асыҡ булһын.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов иһә, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың сәләмен еткереп, халыҡты шатлыҡлы ваҡиға уңайынан ихлас ҡотланы, иманлы булырға, берҙәм йәшәргә әйҙәне.
Ҡот сәсеп, нур бөркөп торған мәсеткә хәйер аҡсаһы ла, бүләктәр ҙә мул төштө. Һәр кем изге теләктәрен еткерергә, эш башлаясаҡ иман йортоноң матди хәленә үҙ өлөшөн индерергә ынтылды. Өйлә намаҙы уҡылғас, халыҡ ҡорбан ашы янында аралашыуын дауам итте.