Көләмәстәр13.03.2015
– Гражданин Иҙрисов, минең һорауҙар һеҙҙе ул тиклем йонсотмағандыр бит?
– Һеҙ нимә? Өйләнгәнемә 20 йыл бит инде.

* * *

Биш бала атаһын бик сетерекле һорау борсой һәм ул, түҙмәйенсә, ҡатынына:
– Әлиә, тим, ишетәһеңме, Ильяс минеке түгел шикелле, – тип әйтеп ысҡындыра.
Ҡатыны, шаҡ ҡатып:
– Бына әйттең хәбәр! Ундай уй башыңа нисек килде икән? Иң ҡыҙығы – Ильяс тап һинеке шул, – тимәһенме!
* * *
Ҡатын:
– Мин был йортта Көлбикә кеүек тоям үҙемде! Йыуам, бешерәм, йыйыштырам...
Ире:
– Кейәүгә сыҡҡас, әкиәттәге кеүек йәшәйәсәкһең, тип әйттем бит мин һиңә!
* * *
Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте, тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйла: беҙ бит вагон-ресторанда!!!
* * *
– Биш ҡап тәмәке, өс шешә һыра бирегеҙ әле!
– Һиңә 18 тулғанмы һуң?!
– Улайһа, ярар, бер шешә “Шихан” лимонадын бирегеҙ.
– Һаааай-һай, был бала-сағаны – дөрф итеп ҡабынырға ғына торалар...

* * *

– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! – ти ейәне йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? – тип һорай әбей.
– Табип килгәйне, ишекте асманым да ҡуйҙым!..

* * *

Ике дуҫ һөйләшеп ултыра, ти. Беренсеһе:
– Ниңә әле беҙ, былай ҙа ауыр тормошобоҙға зарланып, юҡ-бар тураһында һүҙ сурытабыҙ ул?! Әйҙә, берәй күңеллерәк темаға һөйлә­шәйек.
– Әйҙә! Һин ишеттеңме әле, кисә күршебеҙҙең “Мерседес”ын урла­ғандар!!!


Вернуться назад