Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр унынсы уҡыусы наркотик татырға өлгөргән. Є колледждарҙа һәм техникумдарҙа хәлдәр бигерәк тә киҫкен. Университет, институттарҙа, айырыуса абруйлы тип һаналғандарында, студенттарҙың 30 проценты – ошо илерткес матдәнең ҡоло.Балаларҙың наркотик йәки психотроп матдә ҡулланыу-ҡулланмауын асыҡлау өсөн тест үткәреү хәлде күпкә яҡшыртыр тип өмөт ителә. Єйткәндәй, Рәсәйҙә был хаҡтағы закон ғәмәлгә инде. Унда сараның ике этаптан тороуы хаҡында әйтелә. Беренсеһе социаль-психологик күҙәтеү булһа, икенсеһе – медицина тикшереүҙәре үткәреү һәм кәрәкле анализдар тапшырыу. Єлбиттә, был эш уҡыусының теләгенән тыш атҡарылырға тейеш түгел. Єгәр балаға 15 йәш тулған икән, тест үткәреү өсөн унан яҙма рөхсәт алыу кәрәк. Тулмаған осраҡта ата-әсәнән ризалыҡ һорау мөһим. Мәктәп директоры, колледж йәки юғары уҡыу йорто етәксеһе бындай исемлекте һәм уҡытыусыларҙан торған комиссия составын раҫларға бурыслы. Ошо төркөм мәғариф ойошмаһында тесты үткәрергә тейеш.
Сарала ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Є уҡыусыларға тест үткәрелгән бүлмә буйлап йөрөргә, аралашырға һәм бер-береһенең һорауҙарға яуабын ҡарарға ярамай. Єйткәндәй, кемдеңдер ниндәйҙер һорауға яуап биргеһе килмәһә, баш тартып сығып китеү мөмкинлеге бар. Аҙаҡ барлыҡ анкеталар ике төркөмгә – 15 йәше тулғандарҙыҡына һәм тулмағандарҙыҡына – бүленә.
Тест һөҙөмтәләрен урындағы мәғариф бүлегенә йәки министрлыҡҡа тапшыралар. Унда белгестәр 30 көн эсендә мәғлүмәттәрҙе тикшерә. Єйткәндәй, тестарҙа уҡыусының исем-шәрифе ҡуйылмай, әммә уҡыу йорто, класы күрһәтелә. Мәғариф учреждениеһында асыҡланған һөҙөмтәләр уҡыу йортондағы хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында урындағы Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына йәки Ћаулыҡ һаҡлау комитетына ебәрелә. Белем биреү учреждениеһында уҡыусыларҙан, уларҙың ата-әсәләренән йәки студенттарҙан тест үткәреүгә ризалыҡ алынған рөхсәт документтары ғына ҡалдырыла. Улар йыл әйләнәһенә сер итеп һаҡланасаҡ. Єлегә анкеталарҙың ниндәй булыры аныҡ ҡына билдәле түгел. Улар өлгө рәүешендә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының сайтына ҡуйылған. Ћүҙ Кеттелл һорау алыуҙары хаҡында бара. Улар хис-тойғо тотороҡлолоғон, әхлаҡи нормаларҙы ҡабул итеү кимәлен һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә контроллек итә алыу-алмауын асыҡларға ярҙам итә.
Тест алғанда ниндәй һорауҙар бирелеүе ихтимал?(Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына ҡуйылған анкетанан өҙөк)
[Кәрәк осраҡта иптәштәреңдән ярҙам һорарға уңайһыҙланаһыңмы?
[Йоҡлап китер алдынан күҙ алдыңда кеше йөҙҙәре һәм һындары күренмәйме?
[Кемдеңдер серен башҡаларға әйткән осраҡ булдымы?
[Үҙең түгел, башҡа кеше булыу теләге уянғаны бармы?
[Класташтарыңдың күбеһе һине үҙенең яҡын дуҫы тип иҫәпләйме?
[Кешеләр алдында ахмаҡлыҡ ҡылһаң, үҙеңде бер ни ҙә булмағандай хис итә йәки шаярта алаһыңмы?
[Башҡалар эшеңә ҡыҫылһа, уларҙы төртөр хәлгә еткәнсе асыуланғаның бармы?
[Үткән көн тураһында уйланып борсолаһыңмы?
[Кемдер һинән нимәлер эшләүеңде һораһа, киреһен атҡарғың киләме?
[Љайһы ваҡыт шул тиклем йәнең көйгән, хатта ҡапыл ишетелгән тауыштан да асыуланған осраҡтарың буламы?
[Дуҫтарың башҡаларға оҡшамағанлығыңдан, бигерәк тә кейемеңдән көлгәндә үпкәләйһеңме?
Ауыл коммунаһыЄйткәндәй, наркомандарҙы реабилитациялау буйынса беренсе ауыл коммунаһы Мәскәү эргәһендәге Мытищи ҡалаһында, йәғни элекке совхоз биләмәһендә барлыҡҡа киләсәк. Ѓәҙәти булмаған бындай хужалыҡ тормошон наркотиктан тыш күҙ алдына килтермәгәндәр өсөн ойошторола. Берлектәге хеҙмәт, саф һауала йәшәү алама ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итер тип көтөлә. Был – наркомандарҙы реабилитациялау буйынса дәүләт программаһына индерелгән ҙур проекттарҙың береһе.
Наркотиктар әйләнешенә контроллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Иванов әйтеүенсә, аҡса бүленгәс, йылына 150 меңгә яҡын наркоман реабилитацияланасаҡ. Єйткәндәй, илдәге 8 миллион наркомандың 1,5 миллионы афған героинын ҡуллана. Йыл һайын наркотиктан илдә 80 мең ҡыҙ һәм егет вафат була. Наркополицейскийҙар, ғәҙәттәге реабилитациялау үҙәктәренән тыш, махсус ауыл коммуналарында ла наркомандарҙы заман афәтенән дауалау менән шөғөлләнмәксе. Бынан тыш, Наркотиктар әйләнешенә контроллек буйынса федераль хеҙмәт Рәсәйгә наркотик индереүҙе кәметеү буйынса ла ныҡлап эшләй. Мәҫәлән, күптән түгел Мәскәүҙә 10 миллион дозалыҡ 178 килограмм героин тартып алынған. Әйткәндәй, НАТО көстәрен Афғанстанға индергәндән һуң был наркотик Рәсәйгә күпләп ағыла башлаған.