Бынан бер нисә йыл элек батырлыҡтары менән бар республиканы шаулатҡан Илшат Мөхәмәтшин һәм Айнур Ғәлиев хаҡында байтаҡ мәҡәлә-яҙма донъя күрҙе. Ҡулға ҡәләм алып, тағы ла шул теманы ҡуҙғатҡас, әлбиттә, егеттәргә бер туҡтауһыҙ иғтибарҙан “күҙ теймәһә” ярар ине, тип хафаланып та алдым. Тик, икенсе яҡтан уйлағанда, Батырлыҡты, Кешелеклелекте данлау бер ҡасан да “ташмай” бит ул, бигерәк тә ошо төшөнсәләрҙең “төҫө уңа” барған беҙҙең заманда. Хәйер, һүҙем ваҡиға хаҡында ғына түгел.…Каникул етеүгә шатланып туя алмаған бер төркөм уҡыусы Кузьминовка быуаһына йүгерә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй һыу инә улар. Ҡапыл ел сығып киткәс, үҫмерҙәр ҡайтырға йыйына башлай. Тик шул ваҡыт үҫмерҙәр …өрөп тултырмалы матраста йөҙөп барған бәләкәй генә малай менән ҡыҙҙың (быуаға ситтән ял итергә килгән бер ғаиләнең балалары), ҡупҡан елдән “кәмәләре” әйләнеп китеү сәбәпле, һыуға ҡолағанын күреп ҡала. Кескәйҙәр үлемгә ҡаршы көрәшеп, тыпырсына башлай. Секунд та үтмәй(!) уҡыусыларҙың араһынан өс туған ағалы-ҡустылы Илшат менән Айнур һыуға һикерә. Ошо мәлдә малай менән ҡыҙҙың аталары ла быуаға сума…
Балаларҙы ҡотҡарып ҡала үҫмерҙәр! Тик сабыйҙар үлемдән ҡотола алһа ла, аталары әжәлен һыу төбөндә таба. Бына шулай, артыҡ күңел асыу (эскелек), яуапһыҙлыҡ арҡаһында бер юлы өс кеше батып үлер ине… Ҡыйыу үҫмерҙәр булмаһа.
Илшат менән Айнурҙың икеһенең дә аталарын шәхсән беләм. Шуға күрә ғаиләгә ҡылыҡһырлама биреүе ауыр түгел. Ә ҡайһы бер кешене һынау өсөн тәү күреү ҙә “баштан ашҡан”. Мәҫәлән, Руслан Мөхәмәтшинды белгәндәр һүҙемде ҡеүәтләр — бәләгә тарығанды бер ҡасан да ситләп үтмәҫ. Улай ғына ла түгел, ниндәй ярҙам һораһаң да, һис ҡасан “юҡ” тип әйтмәҫ ир-егет ул. Ғөмүмән, ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти халыҡ. Илшатҡа ата-әсәһенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, мәрхәмәтлелеге орлоҡ булып күсмәй ҡалмағандыр. Иң мөһиме — батыр егет был төшөнсәләрҙе һеңдереп, үҙендә үҫтерә алған. Уратып алған донъяһына битарафлығы таша барған йәш быуынды уйлап ҡайғырғанда, ошо егеттәр иҫкә төшһә, ирекһеҙҙән: “Ә шулай ҙа өмөт бар әле…” – тип йылмайып ҡуям.
Айнурға килгәндә, батырҙың ата-әсәһенә генә туҡталып ҡалмай, уның белем алған мәктәбен дә телгә алып китеү ғәҙел булыр. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡый ул. Ә был белем усағының даны бар яҡлап та таралған. Шулай уҡ уҡыусыны илһөйәр, кеше яҙмышы өсөн борсола белгән ысын шәхес итеп тәрбиәләү буйынса ла.
Ысынлап та, нисәмә быуынды республиканың терәге, илдең таянысы итеп үҫтерҙе был уҡыу йорто коллективы. (Иң ҡыуаныслыһы шул: бындай күренеш изге йола булып үҫә бара.) Хәйер, ил таянысы итеп кенә түгел, ә кешелек тотҡаһы итеп тә.
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.