Әбйәлил тарафтарында сәфәрҙә булғанда ауыл оҫталары хаҡында йыш ишетергә тура килә. Ҡайҙа ниндәй матур йыһаз ултыра — һәммәһен дә улар үҙҙәре эшләгән. Шундай күркәм, уңайлы, иң мөһиме — арзан...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҫтахана етәксеһе Рәфис Абдуллин өйҙә булмай сыҡты, Магнитогорск ҡалаһына киткәйне. Уның ҡарауы, цехта эш ҡайнай ине: оҫта ҡуллы егеттәр заказ буйынса офис йыһаздары эшләй — кемеһелер буласаҡ шкафтың күләмен үлсәй, икенсеһе уны станокта быса, өсөнсөһө корпусын ҡора.
— Мебелде тик заказ буйынса эшләйбеҙ, — ти оҫталар, – халыҡ яратып һатып ала.
Тимәк, клиенттары уларҙан ҡәнәғәт. Оҫтаның даны ете ауылға ишетелер тигәндәй, Амангилде һөнәрмәндәренең шөғөлө күптән күрше райондарға ла барып еткән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эшселәр әҙер мебелде заказ биреүсегә үҙҙәре алып барып ҡора.
Ильяс Ғилманов, Йәмил Сәғәҙәтов, Мөнир Бүләкбаевтар үҙҙәрен ашлы иткән эшҡыуар ауылдаштары Рәфис Абдуллинға ҙур рәхмәтле. Иң мөһиме — яратҡан шөғөлдәре кешеләргә уңайлыҡ та, матурлыҡ та бүләк итә.