Билал уңғандары13.03.2015
Билал уңғандары Билал — уңғандарға бай төбәк. Бында донъя көтөргә ынтылып торған тырыш халыҡ йәшәй: йорттары төҙөк һәм күркәм, ихаталары тулы мал-тыуар, һәр хужалыҡта тиерлек — еңел машина, трактор. Шуныһы ҡыуаныслы: йәше лә, ҡарты ла эш юҡ тип ултырмай, күбеһе шәхси кәсеп менән шөғөлләнә. Шундайҙарҙың береһе — тимерселек буйынса эш башлаған Илдар Күсәрбаев.

Ирәндек буйындағы башҡа ауылдарҙан айырмалы, Билалда сағыу төҫтәргә мансылған төрлө йорттарҙы, тимерҙән яһалған матур семәрле ҡойма- ҡапҡаларҙы күрергә мөмкин. Баҡтиһәң, Илдар Булат улы ауылдаштары өсөн ошондай сихри матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра икән.
— Ауылда йәшәгәс, күпләп мал тотмайынса булмай, — тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – “Беларусь” тракторына бесән тейәгес кәрәк булғас, тәүәккәлләп ошо эшкә тотондом. Нисектер тимер эше оҡшап ҡуйҙы, яңылышһаң да, кире ялғарға була, иретеп йәбештерһәң дә эшең юҡҡа сыҡмай. Артабан бесән тейәгесте күреп, һораусылар күбәйҙе.
Оҫта эшләгән һайын оҫтара тигәндәй, Илдар Күсәрбаев тимерҙе бөгөп, төрлө биҙәктәр яһап, үҙенә ҡапҡа эшләп ҡуя һәм бының менән тағы ла яңы шөғөлгә юл яра. Тимерселек кәсебенә ҡайтанан яңы һулыш биргән эшҡыуарҙың оҫтаханаһында әле ике кешегә эш урыны булдырылған. 2012 йылда район хакимиәте тарафынан бирелгән субсидияға станок һатып алған.
— Ҡапҡаларға заказды күрше Бөрйән, Әбйәлил райондарынан да бирәләр, — ти Илдар Булат улы. – Уларҙың теләге буйынса поликарбонаттан йәки профнастилдан эшләйбеҙ, төҫтәр ҙә заказ биреүсенең теләге буйынса һайланыла. Бөгөн, Интернет заманында ни, ҡайһы берәүҙәр әҙер дизайнын да килтерә. Кәрәкле материалдарҙы — профнастил, поликарбонат, төрлө яҫы­лыҡ­тағы тимерҙе — Магнитогорск ҡалаһынан барып алабыҙ.
Киләсәктә малсылыҡ буйынса ла үҙ эшен киңәйтергә уйлай тырыш егет. Шулай уҡ тимерселекте артабан үҫтерергә ниәтләй. Теләгәндәргә заман талаптарына яуап бирерлек ҡапҡа, теплица, беседкалар эшләү маҡсатында яңы станоктар хәстәрләй.
Бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ауылында тапҡан йәш һәм дәртле эшҡыуарға ҡатыны Раушания Ринат ҡыҙы бар яҡлап ярҙам итә. Йәштәр ҡарағайҙан бынамын тигән ике ҡатлы йорт төҙөгән, өс балаға ғүмер биргән. Тап ошондай егәрле йәштәр ҡала икән, тимәк, ауыл йәшәйәсәк, иң мөһиме — уның киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа.
Билалдың уңған егеттәренең береһе Салауат Бикбирҙин ағас эшкәртә башлаған. Әсәһе Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙының фати­хаһы һәм ярҙамы менән тотонғас, кәсебе күптән яйға һалынған. Шулай булмаһа, туғыҙ ауылдашын эшле итә алыр инеме ни?!
Бөгөн эшҡыуар төҙөлөш өсөн бурса, төрлө яҫылыҡта таҡта әҙерләй. Мате­риалдарҙы һатыуға сығарыу ҙа кәрәкмәй, уларҙы Орск яғынан үҙҙәре килеп алалар. Шулай уҡ заказ буйынса мунса, аласыҡ буралары етештерелә.
— Диләнкәне аукциондан һатып алабыҙ, үҙебеҙ киҫеп сығарабыҙ, – ти Салауат Ишбулат улы. – Киләсәктә ағасты тәрәнтен эшкәртә башларға теләк бар, әммә әлегә станоктар һатып алыу мөмкинлеге юҡ.
Үҙҙәренең хәләл көсө менән эш башлаған Шәүрә, улдары Салауат, Илдус Бикбирҙиндарҙың тырышлығы һоҡландыра. Улар, дәүләттән бер тин ярҙам алмайынса, үҙ кәсебен көндән-көн киңерәк йәйелдерә бара. Улай ғына түгел, ауыл биләмәһендә үткән барлыҡ сараларға ла бағыусы булараҡ матди ярҙам күрһәтәләр, ауылдаштарына эш урындары булдыралар. Шундай тырыш егеттәргә афариндан башҡа ни әйтәһең.







Вернуться назад