Мейестә яңы ғына бешкән икмәк еҫен башҡа бер нәмә менән сағыштырыу ҙа, бутау ҙа мөмкин түгел.Танауға килеп бәрелгәс тә ул барыбыҙҙы ла бала саҡҡа, әсәй ҡулдары һалған икмәк янына алып ҡайтҡандай була. Шәхси эшҡыуар Гөлсинә Закированың пекарняһында донъялағы иң ҡәҙерле ризыҡты әҙерләгән егәрле ҡатын-ҡыҙҙы осраттыҡ. Бында көнөнә 300-ҙән ашыу икмәк бешерелә, сменалап эшләйҙәр.
— Өс кешегә эш урыны булдырылды, өлгөрмәгән ваҡытта үҙем дә булышам, — ти Гөлсинә Закирова. – Үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләре бар, атап әйткәндә, беҙ бешергән йылы әпәкәйҙәр Бүребай, Аҡъяр, Татыр-Үҙәк магазиндарында һатыла. Ондо Ырымбур яҡтарынан алабыҙ, киләсәктә үҙебеҙҙә тирмән ҡороп ултыртыу хыялы менән янабыҙ.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙың хәләл ефете Урал Закиров игенселек менән күптән шөғөлләнә, шуға күрә он тарттырыу ғаилә өсөн күпкә отошло буласаҡ. Ҡасандыр бушап ҡалған ашхана бинаһын ремонтлап, бер яғын пекарняға әйләндергән егәрле ханым теләүселәр өсөн туй тантаналары, тыуған көндәр үткәреү өсөн уңайлыҡтары булған махсус бүлмәне ҡуртымға бирә.
Гөлсинә Закирова күңелендә йөрөткән иң ҙур хыялын да әйтеп ҡуйҙы: киләсәктә улар икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерергә уйлай. Бының өсөн ауыл янындағы урмандан ҡомалаҡ йыйып, йыллыҡ запас туплау ғына талап ителә, ти.
Тимәк, тиҙҙән ҡаты бойҙай үҫтерелгән Хәйбулла далаһының ононан әҙерләнгән ҡомалаҡлы икмәк тә табындарыбыҙҙың түрен биҙәр әле. Бының өсөн йүнселдәрҙең теләге лә, дәрте лә етерлек.