Алдан яҙылырға мөмкин09.02.2012
Рәсәй почтаһы 2012 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны. Почта операторының дәртләндереү саралары, шул иҫәптән гәзит-журналдар ташыуға тарифтарҙы арттырмау, федераль һәм төбәк баҫмаларға яҙылыусыларға ташлама яһап, “Матбуғатҡа яҙылыу декадалары” үткәреү һөҙөмтәһендә тираждар тотороҡло булып ҡала.
Ил буйынса матбуғатҡа яҙылыу тәүге ярты йыллыҡта 30 миллиондан ашыу дана тәшкил иткән, йәғни былтырғы кимәлдә һаҡланып ҡалған. Башҡортостанда ул 2 миллион самаһы, йәғни 1 мең кешегә 500 дананан ашыу ваҡытлы матбуғат тура килә. Был — илдә иң юғары күрһәткес.
1 февралдән барлыҡ почта бүлексәләрендә икенсе ярты йыллыҡҡа ҡайһы бер өлкә һәм үҙәк матбуғат баҫмаларына ваҡытынан алда яҙылыу башланды. 1 апрелгә тиклем дауам итәсәк сараның төп өҫтөнлөгө шунда: һәр кем элекке хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу мөмкинлегенә эйә. Исемлеккә 800-ҙән ашыу гәзит-журнал ингән.
Любовь КОЛОКОЛОВА.


Вернуться назад