һоҡланғыс ҡатындарҙың береһе13.03.2015
һоҡланғыс  ҡатындарҙың береһе “Башлаусы фермер” федераль программаһына ярашлы 1 миллион 500 мең һумлыҡ грант алған Дилбәр Ҡадаеваның хужалығында әле 103 баш мал иҫәпләнә. Дүрт кешегә эш урыны булдырылған. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының бушап ҡалған ярҙамсы хужалығы ҡураларын ҡуртымға алып, малсылыҡ буйынса үҙ эшен йәйелдереп ебәргән Дилбәр. Уңған ҡатынға ире Шәһит Сәләхетдин улы бар яҡлап ярҙам итә. Әйткәндәй, ул ҡошсолоҡ буйынса үҙ эшен асҡан. Эшҡыуарҙың үҫтергән бройлер тауыҡтарына Хәйбулла баҙарында ихтыяж ҙур.

Йылы ҡурала рәхәтләнеп көйшәгән быҙауҡайҙарға ҡарап, фермерҙарҙың эше менән ҡыҙыҡһындыҡ, мал аҙығының етеү-етмәүе хаҡында һораштыҡ. Шулай уҡ көндәлек һөттө ҡайҙа тапшырыуҙары, ҡуртымға алған бинаны ай һайын түләй алалармы-юҡмы икәнлеге тураһында ла белешергә өлгөрҙөк.
— Көнөнә 180 литр самаһы һөт һауабыҙ. Уны тапшырыу буйынса проблема юҡ: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының ике ашханаһын тулыһынса тәьмин итәбеҙ, “Нур” магазинына һәм киосктарға һатыуға ҡуябыҙ, һөт ризыҡ­тарына һорау ҙур. Шуға күрә киләсәктә һыйыр малын ике йөҙ башҡа еткереү теләге бар ине, — тип йылмайҙы уңған ҡатын.
Бөгөн ауылдың киләсәге фермерҙар ҡулында икәнлеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Тап Дилбәр Ҡадаева кеүек егәрле эшҡыуарҙар ғына халыҡты эшле лә, ашлы ла итә. Ә инде уларҙың киләсәккә ҡорған хыялдары тормошҡа ашасағына һис тә шик юҡ.
Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтә, яңы эш башлаусылар менән шәхсән осрашып тора, уларҙың хеҙмәт урындарында була.


Вернуться назад