ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ13.03.2015
Бушлай өлгөрөп ҡалығыҙ
Фатирҙы бушлай хосусилаштырыу 2016 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Лилиә.
Көйөргәҙе районы.
Муниципаль милектәге торлаҡты бушлай хосусилаштырыу эше егерме йылдан ашыу барһа ла, илдәге күсемһеҙ милектең 30 проценты әле һаман шәхси ҡулдарға бирелмәгән. Яңы Законға ярашлы, был процедура 2016 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды.
Бынан тыш, “дача амнистияһы” ла тағы өс йыл барасаҡ. Єйткәндәй, әлегә Рәсәйҙә йәшәгән 10 миллион кеше генә баҡса участкаһын рәсми теркәткән.
Бергәме, айырыммы?
Ер участкаһын һәм ундағы өйҙө һатырға теләйем. Бының өсөн бер договор етәме?
Д. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Иглин районы.
Хужаһы берәү генә булған йорт йәки башҡа берәй бина ер участкаһы менән ҡуша һатыла. Был хаҡта Рәсәй Ер кодексының 35-се статьяһындағы 4-се пунктта әйтелә. Шуға, ғәҙәттә, өй һәм ер участкаһы һатыу-һатып алыу договорында бергә күрһәтелә. Уны нотариуста ла теркәтергә мөмкин, әммә был мотлаҡ түгел. Бер нәмә хаҡында – рәсмиләштергәс кенә һатып алыусының йорт хужаһы буласағы тураһында – оноторға ярамай. Шуға договор төҙөлгәс, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенә милек хоҡуғын иҫәпкә ҡуйыу өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был иһә – мотлаҡ процедура.
Рәсмиләштереү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-100-34-34 берҙәм белешмә телефоны буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.