Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла...13.03.2015
Улым, һиңә әйтәм,  киленем, һин тыңла... Ошо көндәрҙә Өфө ҡала Cоветының депутаттар корпусы, уҙған йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар билдәләне. Ултырышта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис СӘЙФУЛЛИН да ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның телмәренән мөһим өҙөмтәләрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Власть бурысы нимәлә?

Яңы ысынбарлыҡ яңы талаптар ҡуя. Был социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙә иҡти­сади ихтыяжды йырып сығыу зарур­лы­ғына бәйле. Үҙенең Мө­рә­жәғәт­намәһендә Владимир Путин алда ҡатмарлы, көсөргәнешле осор көтөүен һәм бик күп нәмәнең һәр ҡайһыбыҙҙың үҙенең эш урынындағы хеҙмәт һөҙөмтәһенә бәйле икәнен билдәләне. Был ауыр ваҡытта кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыр­тыуға йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн барлыҡ тырышлыҡты берләш­терергә кәрәк. Тәү сиратта халыҡтың килем күләмен, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, торлаҡ төҙөү һ.б. кимәлен күтәреү шарт. Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаттарына Мөрә­жәғәт­на­мә­һендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов: “Иҡтисадты алға алып барыусы төп көс – хеҙмәтсәндәр”, — тип белдерҙе. Тап уларҙың һөнәри әҙерлеге, белеме һәм тәжрибәһе иҡтисади именлек нигеҙе булып тора. Шуға ла төбәк етәксеһе хеҙмәт кешеһенә иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы. Бөгөн, баҙар иҡтисады шарттарында, предприятиелар, килем артынан ҡыуып, эшселәрҙе эксплуатациялай. Ке­шеләрҙе бары тик етештереү сығанағы ғына тип күреү, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Властың бурысы – хеҙмәт кешеһенә эш хаҡы түләү, уның һаулығын һаҡлау, лайыҡлы һәм сифатлы тормош кимәлен тәьмин итеү. Эшләгән кеше ярлы булырға тейеш түгел. Ә бит беҙҙә аҙ килемле ҡатламдың 60 процентын предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре алып тора. Ҡалаларҙа һәм ҙур ауылдарҙа хәлдәр ул тиклем насар түгел, әммә республика халҡының 40 проценты самаһы йәшәгән ауылдарҙа хәл-торош ҡатмарлыраҡ. Агропредприятиеларҙа, фермер хужа­лыҡтарында эшләп, бәләкәй эш хаҡына йәки хеҙмәт өсөн әйберләтә түләүҙәренә риза булып, кешеләр икенсе-өсөн­сө сменала үҙҙәренең шәхси ихатаһында бил бөгөргә мәжбүр. Ләкин ит, һөт, йәшелсә, еләк-емешен үҙенән арттырып һатып та, ауыл халҡы килем күр­мәй. Улар һәр тинен үҙ көсө менән, үҙ ху­жалығында таба, әммә продукцияһын осһоҙ хаҡҡа аралашсыларға тоттороп ебәрә. Был йәһәттән Өфөнөң барлыҡ райондарында ла ауыл хужалығы йәрминкәләрен ойоштороу тәжрибәһе маҡтауға лайыҡ. Улар­ҙан ҡала халҡы ла, ауыл халҡы ла файҙа күрә.

Яуланғанды һаҡлау зарур


Бөгөн иҡтисадта ҙур үҫешкә өмөт итеп булмай. Иң мөһиме – яулаған пози­ция­ларҙы юғалтмаҫҡа һәм ошо кимәлдән төш­мәҫкә кәрәк. Шулай уҡ төшөнкөлөккә бирелергә һәм бөтөн нәмәне ҡара төҫ­тәрҙә күрергә лә ярамай. Беҙ ҡеүәтле респуб­ликала йәшәйбеҙ, финанс хәл-торошонда баланс һаҡлана. Республика үҙенә алған барлыҡ социаль йөклә­мәләрҙе үтәйәсәк. Беҙҙә дәүләт милкенә кире ҡайтарылған нефть комплексы бар, ғинуар йомғаҡтары буйынса, сәнәғәттең был тармағында үҫеш күҙәтелде. Ауыл хужалығында ла үҙебеҙҙе етерлек кимәлдә ышаныслы тоябыҙ. Һатырға яраҡлы иген, ҡатнаш аҙыҡ, орлоҡ буйынса запас бар. Сәсеү эштәрен дә тейешенсә үткәрәсәкбеҙ. Ғөмүмән, беҙ ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү буйынса көслө аграр төбәктәрҙең береһе булып, Рәсәйҙә тәүге тиҫтә төбәк исемлегенә инәбеҙ, ә Волга буйы федераль округында икенсе урында торабыҙ.
Төҙөлөш эштәре лә дауам итәсәк. Был — яңы эш урындары, иҡтисадты күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр. Төҙөлөш — ул йөҙләгән генә түгел, меңәрләгән кеше өсөн эшһеҙлектән ҡотолоу ҙа. Барлыҡ проблемаларға һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тулайым төбәк продукты тотороҡло үҫешә. Күптән түгел генә уның 1 триллион һум булыуына ҡыуанһаҡ, яҡын киләсәктә 1,5 триллионға етеүенә өмөтләнәбеҙ.
Бөгөн республиканың сәнәғәт етеш­тереүе илдәге уртаса темптан шәберәк үҫешә. Был артабанғы үҫеш өсөн перспектива булыуы менән дә мөһим. Быйыл Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, “Газпром нефтехим Салауат”, “Башнефть” предприятиеларында производ­ствоны, Яңы Салауат ТЭЦ-ын яңыртыу, энергетика өлкәһендә киң күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Еңеү һалдаттарына — иғтибар

Быйыл бөтөн ил Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итәсәк. Республикала үтәсәк сараларҙы раҫлаған Указ ҡабул ителде. Район һәм ҡала хакимиәттәренә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының көнкүреш шарттарын тикшереү бурысы йөкмәтелгән. Кәрәк икән, уларға капиталь ремонт яһау ҙа күҙаллана. Шулай уҡ хәрбиҙәр ерләнгән урындарҙы төҙөк­ләндереү һәм уларҙы һәр саҡ тәрбиәләп тороу мәсьәләһенә иғтибар биреү зарур. Ветерандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратҡа ҡуйғанда, уларҙың мөрәжәғәтен бер нигеҙһеҙ кире ҡағыу күренештәренә, бирелгән торлаҡты туғандары тартып алып, ололарҙың яҙмыш ҡосағына ташланып ҡуйылыуына ла юл ҡуйырға ярамай. Бөгөнгә 3400 ветеран торлаҡ менән тәьмин ителһә лә, уларҙың яртыһы тиерлек һаман да йәшәү өсөн шарттары булмаған урындарҙа көн күрә. Бында айырым аңлатыу эштәре алып барыу мөһим, һәм шундай күре­нештәр осрағанда тейешле ведомство­ларға һәм министрлыҡтарға хәбәр итеү — һәр кемдең бурысы.
Был сығыш Өфө ҡала Советы депутаттарына тәғәйенләнгән булһа ла, уның бер осо барыбер ҙә ауыл халҡына, муниципаль район хаки­миәттәре етәкселәренә һәм урындағы депутаттарға ҡағыла. Шуға ла уны һәр кем, улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тип ҡабул итһә ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.









Вернуться назад