Һөт ризыҡтарына ихтыяж ҙур11.03.2015
Һөт ризыҡтарына ихтыяж ҙур Халыҡтың күпселегенең йәшәү сығанағы, көнкүреше малсылыҡҡа бәйле. Һис сер түгел, бөгөн фермерҙарҙы ла, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла ит, һөт етештереү йәшәтә. Әлбиттә, малдарҙы махсус цехтарға илтеп салдырыу талабы эште йәйелдереүгә аяҡ салһа, һөт тапшырыуҙы, йыйып алыуҙы районда яҡшы ойошторғандар. Был йәһәттән һүҙем шәхси эшҡыуар Сабир Ғарипов тураһында.

– Халыҡтан 11 йыл һөт йыйҙым, — ти Сабир Заһир улы. — Уны үҙемдең машинала Мәсәғүт һөт комбинатына ташыным.
Бынан дүрт йыл элек Ғариповтар ғаиләһе, элекке Ҡыйғы һөт заводын ҡуртымға алып, эш башларға уйлай. Билдәле, яңы ҡорамалдар һатып алырға, реконструкция үткәрергә кә­рәк була. Аҙыҡ етештереү тармағына тотоноу аҡса сығымынан тыш бик күп документ йыйыу, бинаны тейешле тәртипкә килтереү талабын ҡуя. Был йәһәттән район етәкселеге ярҙамға килә, төрлө яҡлап булышлыҡ күрһәтәләр.
Һөт ризыҡтарына ихтыяж ҙурСабир Заһир улы үҙе һаман һөттө ҡабул итһә, ҡыҙы Эльвира Иҙрисова һөт ризыҡтары етештереү менән мәшғүл. Үҙҙәренең “Уңыш” йәмғиәтен төҙөйҙәр. Әле һөттө тейешле кимәлгә еткереп, ҡаптарға тултыралар. Эремсек тә етештерәләр. Киләсәктә тауар­ҙы төрләндереү ҡарала. Барлыҡ продукция Абзай, Мәсәк, Солтан, Йосоп һәм башҡа ауыл магазиндарына таратыла, үҙҙәренең район үҙәгендәге магазинда һатыла.
– Себерҙә 20 йылға яҡын йөрөнөм, – ти Ғарипов, – үҙебеҙҙә лә ошо уҡ аҡсаны эшләйем. Алданыраҡ ҡай­тыр­ға булған...
Һөт миҙгелендә көнөнә 18-әр тон­на аҡ йыйыла. Ике машина ауылдар буйлап даими йөрөй. Хатта Ҡыйғы сигенә яҡын ятҡан Балаҡатай, Салауат районы ауылдарына ла сығалар. Айына ике тапҡыр иҫәп-хисап яһайҙар.
Ғариповтарҙың ысын мәғәнәһендә ғаилә эше – халыҡтан һөт йыйып, һатыуға сығарырлыҡ итеп ризыҡ етештереү. Алда әйткәнемсә, ҡыҙы Эльвира менән кейәүе Илшат етештереү менән шөғөлләнһә, Сабир ағай менән Фатима апай иһә һөт йыйып, иҫәп-хисап эштәрен алып бара. Әйткәндәй, Ғариповтарҙың икенсе ҡыҙҙары Ирина ла — шәхси эшҡыуар. Шамил Закиров атлы егеткә кейәүгә сығып, матур итеп донъя көтәләр.
Тырыш, татыу ғаиләләргә һоҡ­лан­мау мөмкин түгел. Ғариповтар был йәһәттән бар яҡлап та килгән.









Вернуться назад