– Тәүҙә ферма, һуңынан өй һалам, тинем үҙемә, — тип алдағы уй-хыялын йәшермәй Фиҙәил. — Атай башлаған эште дауам итеп, 2012 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәттем. Кредит алдым, шулай эшләп киттек инде...
Ваҡытлыса ферма ла һалған, ҡураларын мал менән дә тултырған Сафиндар. Лидиә исемле һылыу ҡыҙҙы тупһаһы аша атлатҡан егетебеҙ, буласаҡ киленен мендәргә баҫтырт- ҡан ҡәйнәһе Фәғилә апай. Тормош шулай дауам итә, нәҫел тамыры нығынып, яңы ҡурпы ебәрә. Йәшәү мәғәнәһе лә, асылы ла шунда.– Улым тырышып эшләп йөрөй, күңеле генә һүрелмәһен инде. Иң мөһиме ошо бит, — ти Рафаэль ағай.
Сафиндар уйынса, оҙонлоғо — 50, киңлеге 13 метрға иҫәпләнгән ферма төҙөү өсөн бөгөн 300 кубометр ағас кәрәк икән. Шулай уҡ станоктарға керамзит блок алырға ниәтләнәләр.
– Район етәкселәренә рәхмәт, — ти Рафаэль ағай, — ҡасан барһаң да, ярҙам итеп торалар.
Бирелгән 300 мең һум ярҙам аҡсаһын нәҡ ошо фермаға тотонмаҡсылар. Заманса итер өсөн һөт үткәргес, һауын аппараттарына тиклем кәрәк бит. Бөгөн 32 баш һыйыр малы булһа, шуларҙың 12-һе һауыла. Нәҫел үгеҙен дә һатып алғандар.
Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ. Теркәлгән бесәнлектәре генә лә 150 гектар майҙанды биләй. “Т-25”, “МТЗ” тракторын эшкә егеп, үҙҙәре саба, йыйып ала. Бесән һаҡлау урынын ҡыйыҡлы итеп махсус яһағандар.

Йүнселлеккә тотонор өсөн башланғыс капитал кәрәк. Үҙ эшен асырға теләгәндәргә ошо етди тотҡарлыҡ булып тора. Рафаэль ағай иһә үҙенсә юл тапҡан.
– Беҙҙең яҡта бәрәңге шәп уңа. Район буйлап йөрөп, ҡыш буйына баҙарға алып барырлыҡ итеп йыйҙым, — ти уңған хужа. — Беләһегеҙме, ошо донъяны ҡорор өсөн ике йыл рәттән баҙарҙан сыҡманым...
Күптәребеҙ хужалыҡ төҙөрмөн дә бөтәһе лә бер юлы, күпләп килер, тип уйлаусан. Хыялдары тормошҡа ашмаһа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, эшенә ҡул һелтәп ҡуйғандар ҙа бар. Сафиндар ундай фекерҙә түгел. Тинде тингә ҡушһаң ғына һум була, тип иҫәпләйҙәр. Уңыштарының нигеҙе лә ошо сабырлыҡта, башлаған юлдарынан эҙмә-эҙлекле барыуҙа бит.