– Себергә барып ҡараным, унда паспортҡа күҙ һалдылар ҙа атып ҡына бәрҙеләр, йәшерәк кеше кәрәк, тинеләр, — тип көлә Ризуан ағай. — Шунан ни мал тоторға булдым. Кешенең файҙалы шөғөлө булырға тейеш, эшһеҙ ятыу мәртәбә өҫтәмәй…
Колхоздың гөрләп торған сағында механизатор, һуңғы туғыҙ йылда бригадир булып эшләгән Хәкимов бер ваҡыт эшһеҙ ҡалырмын тип һис кенә лә башына килтермәй. Ни хәл итәһең, бер хужалыҡ нимә ул, оло ил тарҡалған саҡтар булды. Үҙе әйтмешләй, Себергә лә барып ҡарай, Силәбе тарафтарын да урап ҡайта. Башы ҡатып, аптырап йөрөгәндә эске тауышы уны бирешмәҫкә өгөтләгән һымаҡ була. Бәй, ниңә төшөнкөлөккә бирелергә әле, аҙбарҙа өс һыйыр бар, быҙау, тана. Ана бит, ошо өс һәүкәшкәй аҙмы-күпме аҡса килтереп тора, ә ишәйтеберәк ебәрһә-әң…

Мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыны Нурия ла йөпләй: шәхси ярҙамсы хужалыҡта ла сәй-шәкәрлек аҡса эшләп була лаһа! Шулай мал һанын ишәйтергә ҡарар итә Хәкимовтар. Бөгөн уларҙың ун һауын һыйыры, ете баш ҡышлауы (үгеҙ, тана) бар. Аллаһы бойорһа, тип әйтәйек, һыйырҙары быҙауларға тора. Тырышмаһаң, бер баш малды аҫрауы ла алтын хаҡына төшөүе бар. Ризуан иһә йәйен ялан-ҡырҙан ҡайтып кермәй: “Т-40” тракторына ултыра ла үҙҙәренең пай еренән дә, ауыл хакимиәтенән ҡуртымға алғанынан да бесән сабып ташый.
– Ауылда өс көтөү, беҙ ҙә малдарҙы ҡыуабыҙ. Көтөү ваҡыты алты ай булһа, шуның 35 көнө — минең сират, – ти Хәкимов. – Аҙашым Ризуан Хәкимов һымаҡ йырлап йөрөйөм. Ул сәхнәлә, мин – сәхрәлә…
Йыш ҡына беҙ теге йәки был эшкә тотонғанда табышлымы-юҡмы, сығымдар күпме, килемдәр ҡайһылай, тип уйлайбыҙ. Нурия апай ҙа алып бара икән иҫәп-хисапты. Аҡса яғын яҙмайым, тик уҙған йәй һигеҙ һыйырҙан улар 15 меңләп литр һөт тапшырғанын ғына әйтәм. Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: Ҡыйғыла һөт йыйыуҙы кешеләр үҙҙәре ойошторған. Мәҫәлән, Иҙрис ауылында йәшәгән фермер Ғибаҙулла Хәлилов өс ауылдан йыя. Әйткәндәй, Ғибаҙулла ағай — элекке Киров исемендәге совхоздың алдынғы комбайнсыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
– Һауын аппараты ла бар, тик мин өйрәнгәнсә, ун бармаҡ менән ун һыйыр һауам, — тип шаярта Нурия апай.
Барлыҡ шәхси ярҙамсы хужалығын алып барғандар һымаҡ, Хәкимовтарҙы ла аҫраған малды ҡайҙалыр цехҡа илтеп салдырыу борсой.
– Ҡуй, – ти йорт хужаһы, – был бит халыҡтың булған малын да бөтөрөүгә тиң. Күрәләтә ришүәтселеккә юл аса бит. Унда алып барырға кәрәк, күпме сират көтөргә. Шунан һуң, үҙебеҙсә салып эшкәртәме ни улар…
Бындай һүҙҙәрҙе барлыҡ мал тотоусынан да ишетәһең. Тик, ни хәл итәһең, Рәсәй Таможня союзына ингән икән, дөйөм талаптарға буйһонорға ғына ҡала. Шулай ҙа уйланырға урын бар. Бөгөн халыҡта мал һанының ҡырҡа кәмеүе хафаға һала. Булғанын да бөтөрһәк, бөтөнләй мал тотмаған быуын үҫәсәк. Ә аҙбарында һыйыры булмаған өйҙән зоотехниктар ҙа, фермерҙар ҙа сыҡмай.
Үҙемдән саҡ ҡына өлкән булһа ла, Ризуанды “ағай”, Нурияны “апай” тим. Хөрмәт йөҙөнән. Әле уларҙың ныҡлап быуынға ултырып, кем әйтмешләй, үҙҙәре өсөн йәшәй башлаған ғына сағы. Тыуған ерҙә үҙҙәре төҙөгән хужалыҡта ең һыҙғанып эшләр ваҡыттары. Ҡыҙҙары Әниәне Ейәнсура егете Азаматҡа кейәүгә биргәндәр — Таһир исемле ул үҫтерәләр, Әлиә Русланға кейәүгә сыҡҡан — кескәй Лидиә тормоштарын матурлай. Атай-әсәй өсөн ошонан да оло ҡыуаныс юҡ бит донъяла.