Еребеҙҙең биҙәге — ҡатын-ҡыҙ11.03.2015
Еребеҙҙең биҙәге — ҡатын-ҡыҙ Йәрмәкәй районында һуғыш ветерандарын һәм тыл эшсәндәрен тәбрикләнеләр. Уларға “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы” миҙалы тапшырылды.

– Еребеҙҙең төп биҙәге – ҡатын-ҡыҙ. Һеҙ­ҙең фиҙакәрлек, тоғролоҡ, сабырлыҡ менән йәм­ғиәтебеҙҙә ғаилә, балалар, оло быуын ха­ҡын­да хәстәрлек күреү кеүек ҡиммәттәр һаҡлап ҡалына. Ирҙәр менән бер рәттән Бө­йөк Ватан һуғышы фронттарында алышҡан, тылда эш­ләгән, ил иҡтисадын тергеҙгән ветеран ҡа­тын-ҡыҙҙар айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, туғанда­ры­ғыҙ­ҙың, яҡын­дарығыҙҙың иғтибарын һәм хәстәр­леген теләйем, – тине район хакимиәте баш­лығы Ғафуан Шәйхетдинов.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығы­шы ағинәйҙәргә матур бүләк булды.


Вернуться назад