Сәсеүгә әҙерлек: ашлама ни хаҡ?11.03.2015
“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте республикалағы ауыл етештереүселәренә минераль ашламаны ташламалы хаҡҡа һата башланы. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Азат Йыһаншин “Башҡортостан” гәзите редакцияһында үткән “тура бәйләнеш” барышында ошо хаҡта хәбәр иткәйне.
Аграрийҙарға карбамидтың тоннаһы – 14 960, аммиак селитраһы 13 400 һумға һатыла. Ауыл эшсәндәрен минераль ашлама менән тәьмин итеү операторы тип билдәләнгән “Башплодородие” дәүләт унитар предприятиеһы ошо уҡ ашламаларҙы 17 175,6 һәм 15 386,5 һумға һата. Шул уҡ ваҡытта ул хаҡты 30 сентябргә тиклем түләү мөмкинлеген бирә.
Әле республика буйынса тракторҙарҙың сәсеүгә техник әҙерлеге 89 процент тәшкил итә. 15 995 техника берәмегенең 14 177-һе – сафта. Эш планына ярашлы, быйыл тупраҡты эшкәртеүгә 10 400-ҙән ашыу трактор, культуралар сәсеүгә 4 830 агрегат йәлеп итеү күҙаллана.
Башҡортостан буйынса сәсеү машиналары – 93, культиваторҙар – 94, тырма, һурҙырғыстар 89 процентҡа әҙер.