“Йәшел ҡалҡан”ға иғтибар арта11.03.2015
Республиканың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында урманды тергеҙеү саралары, һаҡлағыс ағас һыҙаттарын тулыландырыу, питомниктарға булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Урман хужалығы министр­лығы 2015 йылды Урман питомниктары йылы тип иғлан ит­те. Ул төбәктә тәүгә үткәре­леп, питомник хужалыҡта­ры­ның хәлен яҡшыртыуға, эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға, сифатлы ағас һанын күбәй­теү­гә йүнәлтелә. Республикала дөйөм май­ҙаны 800 гектар булған 100-ҙән ашыу ағас үҫен­теләре питомнигы бар. Бынан тыш, 11 теплица эш­ләй. Барлығы 10,5 мең гектарҙан ашыу май­ҙан­да урманды тергеҙеү күҙаллана. Баш­ҡортостан биләмәһенең яртыһынан күберәге ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешенә ҡарай. 2,3 миллион гектарҙа ер эрозиянан теге йәки был дәрәжәлә, 1,3 миллион гек­тарҙа ныҡлы зыян күргән.
Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 53 мең гектарҙан ашыу майҙанда һаҡлағыс ағас үҫентеләре ултыр­тыл­ған. Күп кенә райондарҙа бындай һыҙаттар талап­тар­ға яуап бирмәй. Өҫтәүенә уларҙың күбеһе хужаһыҙ. Белгестәрҙең фекеренсә, эште рәткә һалыр өсөн ошон­дай ерҙәргә тулы инвентаризация үткәрергә кәрәк.










Вернуться назад