Торлаҡ төҙөлә, алыусыһы булырмы?11.03.2015
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Телеүҙәк” тапшырыуында тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Әңгәмә башлыса төҙөлөшкә, үҙҙәренең клиент­тарына мәғлүмәтте асыҡтан-асыҡ ет­кергән төҙөлөш компаниялары сәйәсәтенә ҡағылды. Быйыл ғинуарҙа Башҡортостанда 188 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был­тырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Февраль айында тағы ла 90 мең квадрат метр сафҡа индерелгән. Был күрһәткес тә уҙған йылдың февраленә ҡарағанда 25 процентҡа юғарыраҡ.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, әле Башҡортостанда дөйөм майҙаны 3,5 миллион квадрат метр­лыҡ күп ҡатлы йорттар һалына. Шул уҡ ва­ҡытта банк өлкәһендәге үҙгәрештәр хәлгә кире йоғонто яһауы ихтимал. Ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып алыу өсөн ғаиләнең айлыҡ килеме кәмендә 40 мең һум булырға тейеш. Хәлит Мәхмүтов билдәләүенсә, Өфөлә бындай ғаиләләр һаны 20 проценттан артмай.








Вернуться назад