Төштән һуң уҡымаясаҡтар11.03.2015
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда республика мәктәптәрен бер сменала уҡытыуға күсереү мәсьәләһе ҡаралды.

2019/2020 уҡыу йылына Рәсәйҙә бөтә мәктәптәрҙә лә балалар бер сменала уҡырға тейеш. Башҡортостанда 64 мең уҡыусының 49 меңе – ҡа­лала, 15 меңе ауылда икенсе смена­ла белем ала. Президиум министр­лыҡ­тарға һәм ведомстволарға ошо мәсьәлә буйынса фекер алышып, уны хәл итеү юлын эҙләргә ҡушты.
Кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Мәҫәлән, Интернет селтәрендә төбәктең ҡулай картаһын төҙөү. Ул ер участкаларының кадастр бүленеше, уларҙың сиктәре, атап әйткәндә, күп балалы ғаиләләргә бүленгән ерҙәр хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш. Бынан тыш, теге йәки был биҫтәнең социаль инфраструктураһы хаҡындағы белешмә лә урын алырға тейеш был картала.




Вернуться назад