Аттарҙа сабып ҡына…11.03.2015
Быйыл да Бөрйән районында ат егелгән саналарҙа ярышыу ойошторолдо. Сараның маҡсаты – тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү һәм саф башҡорт аттарын үрсетеүҙе яйға һалыу.

Ярышта башҡа төбәктәрҙән дә ҡатна­шыу­сылар байтаҡ ине. 14 саҡрым араға уҙышта Баймаҡ районынан Рәмил Мурзин еңеп сыҡты. II урынды Әлшәйҙән Айрат Алтынғужин, өсөн­сөнө Бөрйәндән Ғизетдин Әбүбәкеров алды. Бәйгенең икенсе төрө – юртаҡ егелгән сана­ларҙа алты саҡрымға ярышыуҙа Баймаҡ ра­йонынан Ринат Йосоповҡа етеүсе булманы. Бөрйәндән Фаяз Ҡолбирҙин менән Роберт Баймөхәмәтов ҡалған ике призлы урынды бү­леште. Ике саҡрымлыҡ арала саф тоҡомло менге аттары менән Сибайҙан Айнур Фәт­ҡуллин һәм Марат Баязитов еңеп сыҡты. Ат егеү оҫталығында Фазыл Кинйәбаев, Рәхим менән Инсур Баймөхәмәтовтар иң яҡшылары тип танылды.









Вернуться назад