Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә11.03.2015
Гәзит уҡыусыбыҙ Хәмитйән Тимерғәлин редак­цияға яҙыуынса, ул “Рено Меган” машинаһында эш буйынса ла, бүтән йомош менән сыҡҡанда ла йыш йөрөй.

“АИ-92” маркалы яғыулыҡты бак­ка тултырып ҡоям да елдерә­м генә, 40 литр бензин өсөн ке­ҫәмдән 1 мең 248 һум сығарып һалам. Мәҫә­лән, ошо тиклем яғыулыҡ Өфөнән Сибайға хәт­лем етә. Бөтәһе лә сағышты­рыу­ҙа күренә, тип юҡҡа ғына әйт­мә­гән­дәр: “Башҡортостан” гә­зи­тенә ярты йылға яҙылыу өсөн сама менән шунса аҡса түләргә кәрәк. Уның ҡа­рауы, алты ай бу­йы баҫма көн дә тиерлек йор­тома килә”, – тип фекерен ослай гәзит уҡыусыбыҙ.
Ысынлап та, бер уйлаһаң, 40 литр бензин нимә инде. Әгәр ошо сығымды рухи аҙыҡ туп­лауға йү­нәлтһәгеҙ, һәр йәһәттән дә оторһоғоҙ. Хәтере­геҙгә төшө­рәбеҙ: 31 мартҡа тиклем гәзит-журналға элекке хаҡ менән яҙы­лырға мөмкин. Был турала туған-тыумасағыҙға, күрше-күләне­геҙгә лә әйтеп йөрөгөҙ. 1 ап­релдән иһә мат­буғатҡа яҙылыу хаҡтары шаҡтай ҡиммәтләнәсәк. Уңайлы форсатты ҡулдан ыс­ҡын­дырмайыҡ, туғандар!








Вернуться назад