Бишбүләктәр бурандан ҡурҡмай10.03.2015
Бишбүләктәр бурандан ҡурҡмай Көндәр боҙолоп торһа ла, ҡар яуып юлды күмер тип торманыҡ, Бишбү­ләк районына сәфәргә сыҡтыҡ. Эйе, урыны-урыны менән ҡар баҫҡан, үтеүе ауыр, әммә юлдарҙы таҙартып баралар. «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Бишбүләк юл ремонтлау-төҙөү идаралығы үҙ бурысына яуаплы ҡарай.

Идаралыҡҡа ҙур эш йөкмәтелгән: уның ҡарамағында — 472 километр юл. Предприятиеның эше уңышлы бара. Ырымбур өлкәһенең Пономаревка районына юл һалыу тамамлана. Шулай уҡ Ташлы кисеүҙә лә ҙур төҙөлөш бара. Туҡһанбай, Мишаровка ауылдары янындағы күпер юлы йүнәтелгән. Уҙған йыл Приют ҡасабаһына табан 2,5 километр асфальт юл һалғандар.
Бишбүләктәр бурандан ҡурҡмайШарлыҡ – Абдуллино аша күп машина Бәләбәйҙән халыҡҡа төҙөлөш материалдары ташый. Раевкаға сөгөлдөр ҙә күберәк ошо юл буйлап бара. Тоҙтүбә яҡтарына ла ҙур һәм ауыр йөктәр үтә. Район эсендәге юлды һәм урамдарҙы ремонтлауға ла ҙур иғтибар бирелә.
Бишбүләктәр бурандан ҡурҡмайБишбүләк юлсылары урындағы заказдарҙан тыш, күрше төбәктәрҙе лә хеҙмәтләндерә.
Бөгөн идаралыҡта 67 кеше иҫәпләнә. Улар араһында күп йылдар тырышып эшләгән инженер Мөнир Саҙиев, баш бухгалтер Ирина Зәйетова, төп механик Дарвин Йомағолов, механик Фәрит Шамилов, шоферҙар Нәркис Солтанов, Ғамир Ҡаҙимов, Эдуард Минаев, Юрий Андреев, машинист-автогрейдерсылар Илдар Хөснуллин, Рәмил Фәтҡуллин, Валерий Петров һәм башҡалар – предприятиеның ғорурлығы.
Йәмғиәттә 20 ветеран бар, ләкин һәр кеше, пенсияға киткән осраҡта ла, коллективтың бер өлөшө булып ҡала һәм даими хәстәрлек менән солғана.
Идаралыҡта ун алты йыл инде тәжрибәле юлсы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмзил Ғәбделхәй улы Нуриәхмәтов (һүрәттә) етәкселек итә. Ул көслө һәм берҙәм коллектив туплаған. Үҙ-ара аңлашыу, берҙәмлек булған урында эш тә ырамлы бара.






Вернуться назад