Үткәнен онотҡандың киләсәге лә юҡ09.02.2012
Дмитрий Медведевтың 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы итеү тураһындағы Указы — илебеҙҙең донъя кимәлендә тотҡан урынын ҡайтанан билдәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын Ватандың үткәненә йүнәлтеү өсөн эшләнгән аҙым. Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең асылын нығыраҡ аңлау, киләсәгебеҙҙе күҙаллау өсөн дә кәрәк тарих тәҙрәһенә бағыу. Илебеҙ етәксеһе быны яҡшы аңлап эш итә һәм был Указды бик ваҡытлы сығарҙы.
Рәсәйҙең донъя кимәлендә тотҡан урынын анығыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн, әлбиттә, тарихҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ер шарында бөйөк державаға (был — бәхәсһеҙ) әүерелерҙән алда Рәсәй иле бик күп тетрәнеүҙәр, солғаныштар, һуғыштар кисергән. Бөгөн ҡайһы бер аналитиктар, тарихсылар илебеҙҙе баҫып алыусы, иҙеүсе сифатында ғына һүрәтләй. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Дөрөҫ, Рәсәй батшалары даими рәүештә үҙ биләмәләрен, дәүләт сиген киңәйтеү буйынса эш алып барған, тик һәр ваҡыт туп һәм ҡылыс менән генә бойомға ашырмағандар бит улар уй-ниәттәрен. Ата-бабаларыбыҙҙың — башҡорттарҙың — үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүен генә алайыҡ. Ә бит ошоға оҡшаш миҫалдар тарихта бихисап һәм уның әһәмиәте ни тиклем ҙур икәнен бер нисә һүҙ менән генә аңлатып бөтөү мөмкин түгел. Рәсәй батшалары үҙ заманында ваҡ халыҡтарҙы ҡанат аҫтына алмаһа, ул милләттәрҙең яҙмышы аяныслы тамамланыуы ихтимал ине.
Рәсәйҙең донъя кимәлендәге әһәмиәтен баһалау өсөн төп биш ваҡиғаны билдәләргә була. Шуларҙың беренсеһе — 1380 йылда Мәскәү кенәзе Дмитрий етәкселегендәге урыҫ ғәскәрҙәренең Куликово яланында Мамай хан ғәскәрен еңеүе. Тап ошо ваҡиға Мәскәү дәүләтенең көсәйеүен тәьмин итә, инде теүәл бер быуаттан һуң, 1480 йылда, кенәз Иван III ваҡытында Әхмәт хан яуының юлы ҡыйыла һәм урыҫтар татар-монгол иҙеүенән тулыһынса ҡотола. Василий III ваҡытында Смоленск, Рязань кенәзлектәре Мәскәүгә ҡушылып, Урыҫ дәүләтенә нигеҙ һалына. Рәсәйҙең тәүге батшаһы Иван IV (Грозный) ваҡытында ил биләмәләрен көс ҡулланып та, дипломатик юл менән дә киңәйтеүгә өлгәшелә. Тап шул ваҡиғаларҙан һуң Урыҫ дәүләте шаҡтай көсәйеп китә һәм үҫеш ала, күрше-тирә халыҡтар менән сауҙа бәйләнештәрен киңәйтә.
Икенсе мөһим ваҡиға тип 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Рәсәй армияһының Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүен атарға тулы хаҡыбыҙ бар. Рәсәй ғәскәрҙәре француздарҙы еңеп кенә ҡалмай, Европаның байтаҡ халыҡтарын ҡоллоҡтан азат итә. 1917 йылғы Октябрь революцияһын да Рәсәйҙең донъя тарихында тотҡан урынын билдәләүсе төп ваҡиғалар иҫәбенә индермәй булмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең минең менән килешмәүе лә мөмкин. Бер яҡтан ҡарағанда, улар ҙа хаҡлы кеүек. Ни өсөн тигәндә, Октябрь революцияһы аша барлыҡҡа килгән дәүләт ҡоролошо 70 йылдан һуң юҡҡа сыҡты бит. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ошо ҡоролош күп дәүләттәрҙең күҙен асты, кешелек донъяһының аңын ныҡ ҡына үҙгәртте. Рәсәйҙең үҙендә барлыҡҡа килгән социалистик ҡоролош түңкәрелһә лә, башҡа дәүләттәрҙә ул күкрәп сәскә ата. Алыҫ китмәй, социалистик ҡоролошло Ҡытайҙы ғына алайыҡ. Былтыр был ил эске тулайым продукт күләме буйынса Японияны ла уҙып китеп, АҠШ-тан ҡала донъяла икенсе урынға сыҡты. Ошондай йылдамлыҡ менән үҫешһә, уға АҠШ-ты ҡыуып етергә лә күп ҡалмай.
Ҡытайҙар, әлбиттә, тырыш халыҡ, әммә бөгөнгө бейеклектәргә күтәрелеүе өсөн улар, һис шикһеҙ, беҙҙең илгә бурыслы. Дмитрий Медведев 2012 йылды Рәсәй тарихы йылы тип иғлан иткәндә ошо хәҡиҡәтте ҡытайҙарҙың иҫенә төшөрөргә лә уйлағандыр, тим. Юғиһә улар ҡайһы саҡта кем арҡаһында ошондай уңышҡа өлгәшкәндәрен онотоп ебәрә шикелле.
Рәсәй тарихында илдең донъя кимәлендәге абруйын билдәләрҙәй дүртенсе ваҡиға тип 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙе атауыма бер кем дә ҡаршы килмәҫ. Әгәр ҙә совет халҡы Гитлер армияһына ҡаршы йән аямай көрәшмәһә, Еңеүгә бар көсөн һалмаһа, беҙҙең илдең дә, башҡа бик күп дәүләттәрҙең дә артабанғы яҙмышы аяныслы булыр ине. Ҡайһы бер халыҡтар, илдәр бөгөн бөтөнләй булмаҫ та ине, моғайын. Ошоға юл ҡуймағандары өсөн ата-бабаларыбыҙға һәм бөгөнгө иҫән-аман ветерандарыбыҙға беҙ мәңге бурыслы. Ошо дәһшәтле йылдар илебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған һәм беҙҙең, киләсәк быуындарҙың уларҙы оноторға хаҡы юҡ.
Рәсәй тарихындағы бишенсе мөһим ваҡиға — 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагариндың Йыһанға осоуы. Был яңылыҡ та Рәсәйҙе донъя кимәлендә танытыуға тос өлөш индерҙе. Илебеҙ осоусыларының кешелек тарихында тәүгеләрҙән булып Йыһан гиҙә башлауы хатта дошмандарса мөнәсәбәттәге дәүләттәрҙе лә беҙҙең менән иҫәпләшергә мәжбүр итте.
Был ваҡиғаларҙы шартлы рәүештә билдәләнем һәм уларҙы етәү, унау, йөҙ итергә лә мөмкин. Рәсәй тарихы йылында ошо һәм башҡа ваҡиғаларға ентекле баһа, анализ бирелер, тип ышанғы килә. Әле иһә ҡәләмгә тотоноуымдың сәбәбе башҡасараҡ һәм һүҙемде шул юҫыҡҡа күсермәксемен.
Алда яҙып үтеүемсә, Рәсәй тарихы данлы ла, шанлы ла. Шул уҡ ваҡытта тарих яҙған осраҡта ҡайһы бер факттар күрәләтә төшөрөп ҡалдырыла, ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшерелә. Был, үҙ сиратында, бәғзе бер ваҡиғаларҙы ысынбарлығында күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирмәй. Әһәмиәтһеҙе булһа, ярар ҙа, ә бит күп осраҡта иң мөһимдәре иғтибарҙан ситтә ҡала. Бер кемгә лә сер түгел: совет осоронда илебеҙ тарихы бер яҡлы ғына яҡтыртылып килде. Шул шауҡым буйынсамы, башҡа сәбәптәнме, ошо ғәмәл бөгөн дә дауам итә. Рәсәй тарихын урыҫ халҡы тарихы менән генә бәйләү модаға инеп китте. Һүҙ ҙә юҡ, ил яҙмышында урыҫтар мөһим урын алып тора, әммә был биләмәләрҙә улар ғына йәшәмәй бит әле. Рәсәй тарихына һәм уның ҡоролошона һиҙелерлек өлөш индергән шәхестәребеҙ ни сәбәптәндер тарих дәреслектәренән төшөп ҡалған. Әйтәйек, 1612 йылда Мәскәүҙән поляк баҫҡынсыларын ҡыуып сығарған Минин менән Пожарский ғәскәрҙәре сафында башҡорт атлылары һәм башҡа халыҡ вәкилдәре булыуы хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Шулай уҡ, белеүебеҙсә, 1696 йылдағы Азов походында Петр I төрөк ғәскәрҙәренә ҡаршы 70 меңлек сиреү ҡуя һәм ике яҡтың бәрелеше алдынан үтәлеүсе йола буйынса иң ғәйрәтле ике батырҙы хәнйәргә-хәнйәр алыштырыу өсөн Бөрйән ырыуынан Алдар Иҫәнгилдинде үҙе һайлап ала. Рәсәй батшаһының өмөтөн аҡлай башҡорт батыры — төрөктәр яғынан ҡаршы сыҡҡан черкес яугирен еңеп, дөйөм Рәсәй армияһы һуғышсыларында өмөт, ышаныс, дәрт уята. Төрөктәр тылына разведкаға барып, мөһим әсир алып ҡайтҡаны һәм хәнйәргә-хәнйәр алышта еңеүгә өлгәшеп, дөйөм уңышҡа тос өлөш индергәне өсөн аҙаҡ Петр I Алдар Иҫәнгилдингә исемле ҡылыс бүләк итә, тарханлыҡ дәрәжәһе бирә.
Алдар Иҫәнгилдин ҡыйыу һуғышсы ғына түгел, оҫта ойоштороусы, һәләтле дипломат та була. Халыҡҡа 96 төр һалым һалыуға ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорттарҙы батшаға ҡаршы яуға күтәреүе хаҡында беләһегеҙҙер. Был башҡорт ихтилалы 1704 — 1711 йылдарҙағы Алдар-Күсем яуы булараҡ тарихта теркәлгән. Батырыбыҙ Рәсәй етәкселеге исеменән Ҡаҙағстанға илсе булып та бара. Шулай итеп, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуға ҙур өлөш индерә Алдар Иҫәнгилдин.
Башҡортостан тарихы буйынса билдәле булһа ла, Рәсәй кимәлендә “онотолоп” ҡалған батырҙарыбыҙ аҙ түгел. Салауат Юлаев, Батырша, Ҡараһаҡал хаҡында ла мәғлүмәттәр етеңкерәмәй. “Улар бит — власҡа ҡаршы күтәрелгән кешеләр, шуға күрә был батырҙар тураһында яҙмауҙы хуп күргәндәрҙер”, — тиеүселәр булыр. “Ә ни өсөн һуң Рәсәй сәнәғәтенә нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов, Надир Уразмәтовтар ил тарихы буйынса китаптарҙа урын алмаған?” — тигән һорау ҙа тыуа. Шәхестәребеҙҙең тәүгеһе, мәғдән сәнәғәтсеһе булараҡ, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы мәлендә Санкт-Петербургка барып, Рәсәйҙә техник белгестәр әҙерләү өсөн тау училищеһы астырыуҙы юллап йөрөгән. Бер башҡорттоң власҡа ҡаршы сығыуы, ә икенсеһенең үҙ аҡсаһына уҡыу йорто асырға теләүе батшабикәне аптырашта ҡалдырған.
Исмәғил Тасимовтың һәм уның иптәштәренең аҡсаһына Екатерина II училище астыра-астыртыуын, тик унда башҡорт балаларына белем алырға насип булмай. Шул уҡыу йорто нигеҙендә һуңғараҡ Санкт-Петербургта В. Плеханов исемендәге Тау институты барлыҡҡа килә. Исмәғил Тасимовтың исемен мәңгеләштереү йөҙөнән Хәйбулла районында уның исемендәге тау колледжы барлыҡҡа килде-килеүен, тик арҙаҡлы шәхесебеҙ ошоға ғына лайыҡмы һуң?
Исмәғил Тасимовтан бер аҙ һуңғараҡ осорҙа йәшәгән Надир Уразмәтовты ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ул Рәсәйҙә тәү башлап кәрәсин эшкәртеү заводы (бөгөнгөсә әйтһәк, нефть эшкәртеү предприятиеһы) асҡан һәм ошо эште яйға һалған. Был ике милләттәшебеҙҙең исемен Рәсәй кимәленә күтәрергә, киләсәк быуынды уларҙың рухында тәрбиәләргә тейешбеҙҙер. Мәғдән һәм нефть эшкәртеү өлкәһендә Исмәғил Тасимов менән Надир Уразмәтов исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премиялары булдырғанда ла артыҡ булмаҫ, сөнки уларҙың икеһе лә үҙ тармаҡтары буйынса Рәсәйҙә “сиҙәм күтәргән”. Ә башлап бураҙна ярыусыларға һәр ваҡыт ауырға тура килә: маҡсаттарына өлгәшеү өсөн улар үҙҙәренең дөрөҫ юлдан барыуын, мең ҡаршылыҡҡа ҡарамайынса, батша властарына иҫбат иткән һәм яңылышмаған. Уларҙан һуңыраҡ осорҙа йәшәгән Ҡаһым Мырҙашев, Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин кеүек шәхестәребеҙ ҙә Рәсәй тарихы дәреслектәрендә лайыҡлы урын алырға тейеш.
Президент Дмитрий Медведевтың Указына ярашлы, Рәсәй тарихы йылын уҙғарыу буйынса ил Хөкүмәтенә һәм төбәк етәкселәренә саралар планы әҙерләргә ҡушылған. Төрлө саралар, шул иҫәптән юғары кимәлдә фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарылыр, тарихи шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйылыр, башҡа эштәр атҡарылыр, тип ышанғы килә. Ошоларға өҫтәп, Ватан тарихын өр-яңынан яҙырға һәм онотолған, төшөрөп ҡалдырылған ваҡиғаларҙы, тарихи шәхестәрҙе ҡайтарырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Милләтсе тигән мөһөрҙән, ниһайәт, арынып, исемдәре аҡланған башҡорттар, башҡа милләт вәкилдәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр ил йәмәғәтселегенә еткерелергә тейеш. Үткәнде белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай, тигән бер аҡыл эйәһе. Быны ил етәкселеге лә инҡар итмәй. Илебеҙ демократик үҫешкә юл алған мәлдә Рәсәйҙең донъя кимәлендәге әһәмиәте танылһын, йәмғиәтебеҙҙәге рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәр ҙә ҡәҙерләнһен ине.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад