Урал Килсенбаевҡа ышаныс күрһәтелде10.03.2015
Урал Килсенбаев баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Был вазифала ул күптән түгел Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғә­йен­ләнгән Салауат Бәхтийәровты алмаштырҙы. Урал Килсенбаев Күгәрсен районында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2012 йылдан Өфө ҡалаһы хакимиәтендә Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе булып эшләне.



Вернуться назад