Экологик өмәләр көтөлә10.03.2015
Башҡортостан Хөкүмәте быйыл төбәктә биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр ойоштороу тураһында бойороҡ сығарҙы.
Өмәләр 11 апрелдән 16 майға тиклем барасаҡ. Документҡа ярашлы, министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, район һәм ҡала хакимиәттәренә, төрлө ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм башҡа йәмәғәт берекмәләренә ошондай саралар үткәреүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, таҙартыу, йәшелләндереү эшенә йомғаҡ 8 июндә яһала.