Оло сараға әҙерлек нисек бара?10.03.2015
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябков БРИКС илдәре вәкилдәренә Өфөләге саммитҡа әҙерлек барышы, шулай уҡ төркөмдә Рәсәй рәйеслегенең өҫтөнлөктәре хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Тышҡы сәйәси ведомство башлығы урынбаҫары БРИКС илдәренең шерп һәм су-шерп ултырыштарында ҡатнашты. Сараларҙа ошо юҫыҡтағы хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Сит ил эштәре министрлығының белдереүендә әйтелгәнсә, берекмә илдәре вәкилдәренең бәйләнештәр графигы ла яраштырылды. БРИКС — йылдам үҫеүсе биш ил төркөмө. Уға Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы инә.