“Бер әсәнең ике күҙ йәше – башҡорт менән ҡаҙаҡ”07.03.2015
Башҡорт менән ҡаҙаҡ халҡының яҙмышы, уртаҡлығы хаҡында фекер йөрөткәндә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим күҙ йәштәренең ғазаптанмы, шатлыҡтанмы тамыуы тураһында атап әйтмәгән, әммә был ике милләттең боронғо дәүерҙәрҙән килгән йәшәйеше хаҡында кинәйәләй төҫлө.
“Бер әсәнең ике күҙ йәше – башҡорт менән ҡаҙаҡ”М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында студенттар араһында сығыш яһарға тура килгәйне. Байрамда Ҡаҙағстандан килгән ҡыҙҙар ҙа барлығы хаҡында ишеткәс, хатта тулҡынланып киттек. Бөгөн бар донъяға үҙен көслө, рухлы милләт итеп танытҡан ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙ менән күрешеүгә бик шат инек. Береһенән-береһе аҡыллы һылыуҙар менән әңгәмәне лә тап халыҡтарыбыҙ хаҡында һөйләшеүгә бағышланыҡ. Улар ҡаҙаҡса, урыны-урыны менән башҡортса һөйләй, ә мин һорауҙарҙы туған телемдә бирәм. Исемдәре лә нисек матур бит әле – Жангөл Ҡалниязова, Алтынгөл Танирбергенова!


– Тыуған ерегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле?
Жангөл:

– Аҡтүбә районының Байғанин ҡаса­баһына ҡараған Ҡарауылкеды ауылын­да тыуғанмын. Ҡоҙайберген Жубанов исемендәге Аҡтүбә дәүләт универси­те­тының ҡаҙаҡ филологияһы факультетын тамамланым. Шунан Өфө ҡа­ла­һына магистратурала уҡырға килдем.
Алтынгөл:
– Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Ҡо­ңырат районының Усть-Урт совхозында тыуғанмын. Мин алтынсы класты тамамлағансы унда йәшәнек, ә 2002 йылда Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһенә ҡараған Алға районына күсеп килдек. Жангөл менән бер үк университетта уҡыныҡ, хәҙер Өфөлә лә бергәбеҙ.
– Ғилми эшегеҙҙең темаһы нин­дәй?
Жангөл:

– Магистрлыҡ диссертацияһы өсөн “Мостай Кәрим һәм Тахауи Ахтанов ижадындағы фольклорлыҡ һәм этнографик мотивтар” тигән теманы һай­ланым. Бәлки, Башҡортостанда Тахауи Ахтанов ижады менән бик үк таныш та түгелдәрҙер, әммә уның тормошо һәм ижады Мостай Кәримдеке менән ауаздаш. Улар икеһе лә Бөйөк Ватан һу­ғы­шында ҡатнашҡан, ижад юлын ши­ғыр­ҙар, мәҡәләләр менән башлап ебәргән. Тахауи Ахтанов – ҙур күләмле повесть, романдар авторы ла. Уның бик күп пьесалары театрҙа сәхнә­ләш­терелде.
Алтынгөл:
– Ғилми эшем башҡорт һәм ҡаҙаҡ халҡының “Ҡапланды батыр” эпосын сағыштырыуға бағышланған. Һөҙөмтә­ләрҙе мәктәптәрҙә файҙаланырға тигән ниәтем бар. Ҡапланды батырҙың ҡа­һар­манлығы хаҡында башҡорттарҙа ла риүәйәттәр һаҡланған, шуға күрә улар­ҙы ла өйрәнеп, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын байытыу теләгем ҙур. Баш­ҡортостанда “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүгә, уны халыҡ араһында таратыуға иғтибар бүлеүҙәренә һоҡла­нып ҡарайым. Шундай боронғо эпос­тары булған милләттәрҙең арҡа һөйәге ныҡ, минеңсә!
– Беҙҙә һеҙгә иң оҡшағаны нимә булды?
Жангөл:

– Шәхсән миңә иң оҡшағаны – ул Башҡортостандың тәбиғәте. Ауыл­дар­ға, райондарға сыҡҡас, хайран ҡалдыҡ! Беҙ ҙә бит ошо хозур тәбиғәттең бер өлөшө, шул тиклем гүзәллекте күреп, илаһи тойғолар кисерҙек. Туғандаш башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, мәрхәмәтлелеге, асыҡ йөҙлөлөгө шул тиклем үҙ, яҡын. Һәр милләттең милли йыры, бейеүе, ғөрөф-ғәҙәттәре бар, төркиҙәр булғас, беҙгә һеҙҙе аңлау әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Бөтәһе лә, әйтерһең, өйөбөҙҙәге һымаҡ, бөтә­һе лә шундай таныш.
Башҡорт йәштәренең тыуған ил, туған тел тип йән атып тороуын күреп бик һоҡландыҡ. Ватанға булған тәрән мөхәббәт тойғолары хайран ҡалдыра беҙҙе. Афарин, тибеҙ уларға ҡарап! Йәнә лә Ислам диненә ыңғай ҡараш йәшәй һеҙҙә. Иманлы милләттең килә­сәге ҙур!
Алтынгөл:
– Мин дә Жангөлдөң һүҙҙәренә ҡушылам. Ысынлап та, һеҙҙә халыҡ бик ихлас, ҡунаҡсыл, ябай. Башҡортос­тан­ға уҡырға килеүебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Башта нисектер икеләнгән дә төҫлө инек, сөнки тыуған төйәгеңдән ситкә сығып китеү төрлө тойғолар уята. Әммә милләтеңдең вәкиле булараҡ юлыңды дауам итеү беҙгә ышаныс та, тәүәккәллек тә өҫтәй.
Һеҙҙә төрлө халыҡтар йәшәй, баш­ҡорттар ярҙамсыллығы менән айырылып тора. Кемеһенә генә мөрәжәғәт итһәк тә, ихлас мөнәсәбәт тойҙоҡ. Ҡайһы саҡ хатта үҙебеҙҙе Ҡаҙағстанда кеүек хис итеп тә китә торғайныҡ. Бик күп мәҙәни, әҙәби сараларға йөрөйбөҙ, һәр ерҙә үҙ кеше итеп ҡабул итәләр.
– Башҡорт менән ҡаҙаҡ халҡы араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар, һеҙҙеңсә?
Жангөл:

– Элек-электән башҡорт менән ҡаҙаҡ аралашып йәшәгән, шуға күрә был ике халыҡ араһында уртаҡлыҡтар бик күп. Милли сифаттарҙан тыш, Аҡмулла үҙе генә лә – ике халыҡты бәйләп торған шәхес. Ул башҡорт ауыл­дарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, аҡын булып таныла. Бар донъяға билдәле классик яҙыусы Мос­тай Кәрим үҙ заманында: “Ҡаҙаҡ менән башҡорт — бер әсәнең күҙ йәше”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Быуаттар һынауы аша үткән был милләттәрҙең тарих юлдары ла уртаҡ, бергә уҙған һуҡмаҡтары ла аҙ түгел.
Филолог булараҡ шуны ла әйтмәй булдыра алмайым: был ике милләттең телдәре лә оҡшаш. Бына бит беҙ һеҙҙең менән тәржемәсеһеҙ әңгәмә­ләшеп ултырабыҙ. Әйтергә онотоп торам: милли аштарыбыҙ ҙа уртаҡ бит. Бишбармаҡ, ҡатыҡ, ҡымыҙ, ҡорот, һурпаны ҡаҙаҡтар ҙа бик ярата.
Башҡорт ҡәрҙәштәремә рәхмәтем ҙур! Телегеҙҙе өйрәнгәндә ныҡ ярҙам иттеләр, сөнки оҡшашлыҡ булһа ла, һәр береһенең үҙ нескәлеге бар. Киләсәктә лә бергә-бергә аралашып йәшәргә яҙһын!
Алтынгөл:
– Башҡорт һәм ҡаҙаҡ халҡы борондан күрше йәшәгән. Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, барымта, ҡарымта тигән аралашыуҙары ла уларҙы бәйләп тора. Ике халыҡта ла ырыуҙар бар. Мәҫәлән, уртаҡ Табын, Ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыу атамалары — быға асыҡ дәлил. Йолалар ҙа оҡшаған. Телебеҙ бер тамырҙан, динебеҙ уртаҡ.
Беҙ Өфөгә килгәндә башҡорт ҡәр­ҙәштәребеҙ бик ҡыуанып ҡаршы алды. Башҡорт филолияһы факультетында һәр кем беҙгә шундай яҡшы мөнәсәбәт күрһәтә, әйтерһең, беҙ — уларҙың күптәнге танышы! Билдәле ғалимдар ҙа, уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа: “Ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙ!” – тип күҙгә ҡарап, йылы итеп һөйләшә. Ошоларҙы күреп, беҙҙең башҡорт халҡына, теленә булған мөхәббәтебеҙ тағы ла артты. Ҡаҙаҡ-башҡорт дуҫлығы беҙҙең йөҙҙә генә түгел, киләсәк быуындарҙа ла нығынһын!


Вернуться назад