Белореттар сәләм ебәрә07.03.2015
Фәнисә НИҒМӘТУЛЛИНА, бухгалтер:
– Минең өсөн 8 Март байрамы — иң күркәм көн. Яҙ айының башында торған сыуаҡ көндә йыл да балаларымдан, ейән-ейәнсәрҙәремдән төрлө бүләктәр ҡабул итәм. Шулай уҡ үҙем дә йомарт. Күрше-күләнде, хеҙмәттәштәремде һәм туғандарымды тәм-том менән һыйлайым. Был матур көндә теләнгән бар изге теләктәр күк йөҙөндә балҡыған ҡояш нурҙары аша ҡатын-ҡыҙҙарға яуһын.

Любовь АВЕРЬЯНОВА,
кадрҙар бүлеге белгесе:

– Белеүегеҙсә, ҡатын-ҡыҙ — донъя тотҡаһы! Балаға йән биреүсе, тәрбиә нигеҙен һалыусы, төн йоҡоларын йоҡламайынса, үҙ сабыйын ҡурсалаусы. Шуға күрә мин илебеҙҙең барлыҡ илаһи зат вәкилдәрен матур байрам менән ҡотлайым. Түҙемлек, һаулыҡ һәм тыныслыҡ теләйем.

Рәүфә ИҒЗАҠОВА, бухгалтер:
– Иң көтөп алған байрамым. Кәйеф күтәренке була ошо осорҙа. Яҙ ҡояшы үҙенең йомшаҡ, яғымлы нурҙары менән моң һәм күңел йылыһы өҫтәй.

Юлиә НАЗАРОВА,
фәнни-ғилми бүлектең лаборант-эҙләнеүсеһе:

– Был байрамды мин ғаилә байрамы тип ҡабул итәм. Әсә кеше өсөн иң мөһиме — ғәзиздәренең һаулығы, үҫеп етеп, тормошта үҙ урындарын табыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъялар тыныс түгел. Ҡайҙалыр һуғыш бара, үлтереш-талаш, ҡоролоҡ-аслыҡ, төрлө ауырыуҙарға шаһитбыҙ. Замандың ошо әсе елдәре Ер шарындағы барлыҡ әсәләрҙең балаларын урап үтһен.

Флүрә ҒӘНИЕВА, иҡтисадсы:
– “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығында 1990 йылдан алып эшләйем. Йыл да 8 Март байрамы беҙҙең ойошмала күңелле үтә. Табын ойошторабыҙ. Өйҙә лә тормош иптәшем, балаларым бүләктәр менән ҡыуандыра. Гүзәл затҡа иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм саф мөхәббәт теләйем.


Вернуться назад