Урман ҡыҙы07.03.2015
Хозур тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫкәндәр генә йәшел мөхиттең фәлсәфәһен белә, ти халыҡ. Был, әлбиттә, хаҡ һүҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл булғандарға ҡарата һәр саҡ ихтирам менән ҡарағандар. Шундайҙар араһында Көньяҡ Урал ҡурсаулығының Лапышты урмансылыҡ участкаһындағы дәүләт инспекторы Лилиә Долорес ҡыҙы Шәйәхмәтова ла бар.

Урман ҡыҙыУл йәмле Мәнәйер йылғаһы буйында урын­лашҡан Арышпар ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Рәйфә апай ауылда китапханасы булып эшләй, ә атаһы Долорес ағай мәктәптә балаларҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәте серҙәренә өйрәтә. “Лилиәбеҙ бәләкәйҙән етеҙ һәм сая булыуы менән тиҫ­терҙәре араһында айырылып торҙо”, — тип йыш ҡына телгә ала ауылдаштары. Мәктәпте та­мамлағас, ҡыҙ Өфөләге урман техникумына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт эштәрендә янып йөрөй, спорт менән дә дуҫ­лыҡ­ты өҙмәй. Уҡыу йортон уңышлы ғына та­мам­лағас, 1982 йылда “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына килә һәм бөгөнгә тиклем ошо эшенә тоғро ҡала. Эҫе лә, һалҡын да тип тормай, Лилиә Долорес ҡыҙы көн дә тиерлек урманда. Бынан тыш, Межгорье мәктәптәрендә “асыҡ дәрес”тәр үткәреп тора, ҡыҙыҡлы лекциялар менән сығыш яһай.
Ире Зинаф Мансур улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Дуҫ-иштәре, туған­дары уны “Урман ҡыҙы” тип йөрөтә.


Вернуться назад