Иңендә — ун бер ауыл хәстәре07.03.2015
Ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа йәшәгәндәр һәр нәмәгә ҡала халҡы күҙлегенән сығып баһа биреп, социаль мәсьәләләрҙең үтәлешенә юғары талап ҡуя. Бөгөн иһә ауылдың социаль-иҡтисади хәле өсөн төп яуаплылыҡ урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән. Шуға ла Өфөгә терәлеп ятҡан Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы хакимиәте үҙ эшмәкәрлеген халыҡтың юғары талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек итеп ойоштороу бурысын ҡуя. Биләмәлә 11 ауыл, дүрт баҡсасылыҡ ширҡәте урынлашҡан. Тимәк, рәсми теркәлгән алты мең кешегә баҡсасылар ҙа өҫтәлеп, эш даирәһе тағы ла киңәйә.

– Иң мөһиме — халыҡ шөғөллө булырға, етеш тормошта һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәргә те­йеш. Урындағы хакимиәт бының өсөн шарттар тыу­ҙы­рырға бурыслы. Беҙ шундай маҡсат ҡуйғанбыҙ, — ти ауыл хакимиәте башлығы Флизә Макеева.
Иңендә — ун бер ауыл хәстәреӘлбиттә, илдәге бөгөнгө хәл-шарттар халыҡтың кә­йефенә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла урындағы ха­кимиәттең иғтибары ауылдың иҡтисади ҡеүәтен, шунда йәшәгәндәрҙе әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Был маҡ­сатта ауылдарҙа өс ай һайын бар халыҡ ҡатнашлығында сходтар үткәрелә. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә мөмкинлек бирә. Ауыл Советы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район хакимиәтенең бар яҡлап ярҙамына таяна.
Ауылдың төп проблемаларының береһе — халыҡты эш менән тәьмин итеү. Әйткәндәй, хакимиәт биләмә­һен­дә йәшәгәндәрҙең яртыһынан күберәген хеҙмәт йәшен­дә­геләр тәшкил итә. Байтаҡ кеше эргәләге төҙөлөш материалдары заводында, “Артемида” ауыл хужалығы предприятиеһында, “Йәйғор” крәҫтиән (фермер) хужалы­ғында, “Башҡорт кирбесе”, “Башҡортостан төҙөлөш ресурстары” һәм “Иҙел” йәмғиәттәрендә эшләй.
Ауыл Советы бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә лә бар яҡлап булышлыҡ итә. Арендаға ер бүлә, буш торған биналарҙы төҙөкләндереп, ҡуртымға бирә. Бөгөн ауыл­дарҙа 30-ҙан ашыу шәхси магазин, ике автосервис, авто­заправкалау станциялары, бер нисә аптека, ательелар, ике бөҙрәхана, фотоателье, аяҡ кейеме йүнәтеү пункт­тары, сәскә магазины эшләй. Шәхси эшҡыуарҙар яңы эш урындары булдырып, һалым иҫәбенә урындағы ҡаҙнаны тулыландыра.
Әйткәндәй, Ҡабаҡ ауыл Советы бер нисә йыл дауамында республикалағы үҙ-үҙен тәьмин итергә һәләтле һанаулы ғына хакимиәт берәмектәре иҫәбендә булды.
Һуңғы осорҙа торлаҡ төҙөкләндереү, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуға етди иғтибар йүнәлтелә. Әйтәйек, Ҡабаҡ ауылының үҙәк урамдарына асфальт йәйә башлағандар, төньяҡ-көнбайыш биҫтә­һендә юлдар төҙөкләндерелгән, биш урамда һыу селтә­рен яңырт­ҡан­дар. Яңы һыу скважинаһы файҙаланыуға тапшырылған. Барлыҡ урамдарға ла электр уты үткәрелгән. Иҫке Ҡыйышҡылағы йәштәр урамына электр һәм газ селтәре һуҙғандар, ауыл социаль-мәҙәни комплексының эске коммуникацияларын яңыртҡандар. Сихонкин ауыл мәҙә­ни­әт йорто, төҙөкләндерелгәндән һуң, заманса төҫ алған.
Ҡабаҡта уҙған быуаттың 70-се йылдарында кирбес заводы һәм предприятие эшселәре өсөн ҡала тибын­дағы күп фатирлы йорттар төҙөлә. Заводтың хужалары алмашынғас, торлаҡ йорттар үҙидара ҡарама­ғына ҡала. Хәҙер уларҙы төҙөкләндереү өсөн ҙур көс һәм сығым талап ителә. Урындағы һәм район ҡаҙнаһы иҫә­бенә, шулай уҡ республика маҡсатлы программалары сиктә­рендә әлеге йорттарҙа капиталь ремонт үткәрәләр, эске һәм тышҡы коммуникацияларҙы яңырталар.
Хакимиәт биләмәһендәге ауылдарҙа шәхси төҙөлөш киң ҡолас менән бара. Үткән йылда алтмыш ғаилә йорт төҙөп ингән. Уларҙың күпселеге — йәштәр. Бер йылда ғына йөҙҙән ашыу сабый донъяға килгән. Демографик хәл балалар баҡсаларына ихтыяжды арттыра. Шуны күҙ уңында тотоп, Сихонкиндағы бер бинаны балалар баҡ­са­һы итеп үҙгәртеп ҡоралар. Ул тиҙҙән ишеген асасаҡ. Ҡа­баҡ ауылында тағы бер яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
Һәр тыуған көн ауыл Советы өсөн яңы хәстәрҙән башлана. Әле Ҡабаҡта ябыҡ баҙар төҙөлә, унда халыҡҡа һатыу-һатып алыу өсөн уңайлы шарттар буласаҡ. Ауыл эргәһендә һыу таҙартыу ҡоролмаһы төҙөү — кисектер­геһеҙ бурыс. Хакимиәт биләмәһендәге тәбиғи ҡомартҡы — Аксаков күленең ярҙарын нығытыу буйынса саралар күрелә. Әйткәндәй, был төбәк халҡы үҙҙәренең бөйөк урыҫ яҙыу­сыһы Сергей Аксаков исеме менән бәйле булыуына сикһеҙ ғорурлана. Республикала халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән “Аксаков көндәре”нә бағышланған саралар Иҫке Ҡыйышҡыла ла шаулап-гөрләп үтә.
Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек бара. Сихонкин ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Николай Грачевтың мемориалын яңыртҡандар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарының исемдәре яҙылған мәрмәр таҡтаташтар һәр бер ауылда урынлаштырыласаҡ. Бөгөн имен-аман йәшәгән һуғыш ветерандары Зәкәриә Сөләймәнов, Әхмәт Низамов, Мөхәмәт Әминев осрашыуҙарҙа үҙҙәренең иҫтәлектәрен яңырта. Ауыл хакимиәте уларға һәм ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындарға бүләк әҙерләй.
Районда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап үҙеш­мәкәр сәнғәт оҫталарының конкурсы үткәрелгән. Унда Ҡабаҡ ауылы һәүәҫкәрҙәре гран-приға лайыҡ булып, музыка ҡоралдары менән бүләкләнгән. Ғөмүмән, бында мәҙәни саралар күп халыҡ ҡатнашлығында үтә, әммә Ҡабаҡ кеүек ҙур ауылда мәҙәниәт йорто булмауы кәйефте ҡыра. Төҙөлөштө 2016 йылдың программаһына индереү күҙаллана.
Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Флизә Наил ҡыҙына үҙидара өлкәһендәге тәжрибәһе, ойоштороу оҫталығы, халыҡ алдындағы абруйы булыша. Уны яҡ­таштары сабыр холоҡло, кеселекле һәм кешелекле, ярҙамсыл булғаны өсөн ихтирам итә.
Флизә Наил ҡыҙының нәфис иңдәрендә ун бер ауылдың хәстәре ята.
– Халыҡ менән бергәләшеп эшләгәс, һис ауырлығын тоймайым, тырышлығыбыҙ үҙебеҙ өсөн бит, — ти ул, көләс йылмайып.


Вернуться назад