“Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...”07.03.2015
Ирина Мәскәүҙә тыуған. Биш йәшендә әсәһе менән бергә Арғымаҡ ауылына ҡайта. Шул сағында аттарға ғашиҡ була. Йылдар үткәс, “Арғымаҡ” спорт комплексында шөғөлләнә башлай.

“Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...”Ирина үҙен тулыһынса күнек­мәләргә бағышлай. Әсәһе Илмира апай борсолһа ла, ҡыҙының ниәте етди булыуын күреп, ҡаршы килмәй.
Римма Амангилдинаның Краснокама районының Күпербаш ауылында төшөрөлгән “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” музыкаль клибында йырсыны алмаштырырға саҡырыуҙарын тулҡынланып иҫкә ала. Унда “Бербер” ҡушаматлы юрта­ғында трюктар башҡара. Үҙенең беренсе хеҙмәт хаҡы – биш мең һум аҡсаны ҙур ғорурлыҡ менән ғаиләһенә алып ҡайта.
Ирина күп бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай. 2003 йылда “Лопушок”, “Вымпел”, “Флип” ҡушаматлы аттарында беренсе урынды ала. Артабан Өфөлә, Алабуғала, Төмәндә – беренсе, Екатеринбургта – икенсе һәм өсөнсө, Ҡазан, Кострома, Тверь, Мәскәү ҡалаларында алдынғы урындарҙы яулай.
– Үткән йәйҙә Өфө ҡалаһына ике тап­ҡыр барырға тура килде, “Лондон леди” ҡушаматлы ат менән икеһендә лә берен­се урынды алдым, “Устав” менән дүр­тенсе һәм бишенсе урынға сыҡтым, – тип теҙеп китте ул. — Ҡыш көнө, аттарҙы һалҡын тейеүҙән һаҡлап, ярышмайбыҙ.
Һабантуйҙарҙа бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡалғаны юҡ ҡыҙҙың. Әле ат өйрәтеүсе тренер булып эшләй. Улы Ратмирҙы тәрбиәләй. Киләсәктә тағы ла камиллашыу, оҫтарыу, ҙур еңеүҙәр тураһында хыяллана Ирина Мәхмүтова.


Вернуться назад