Өләсәйле бала саҡ07.03.2015
Беҙҙең яҡта нәнәй тип өндәшәләр уларға. Ҡәҙерле кешеләр янында үткән миҙгелдәр – иң матуры, иң ҡыҙыҡлыһы икән, тим, йылдар үткәс.
Беҙ, ауыл балалары, шундай тере, сағыу мөхиттә тәбиғәт менән аралашып, нәнәйҙәребеҙҙең әкиәтен, риүәйәтен тыңлап үҫкәнбеҙ. Элек бит һәр бер йортта мал-тыуар күп, ҡышын яңы тыуған быҙауҙар, бәрәстәр өйгә инә. Был беҙҙең өсөн үҙе бер байрамға тиң ине. Бигерәк тә бәрәстәр менән уйнау күңелле. Апайым, ағайым беҙгә килһә, улар менән бер-беребеҙҙе генә түгел, малҡайҙарҙы ла баҫтырып, төрлө урындарға ҡасып, уйындар ҡорабыҙ.
Уйындан уймаҡ сыҡҡан хәлдәр ҙә булғылай ине. Бала саҡта ауылда бик йыш һинд фильмдарын күрһәттеләр. Өйҙә өлкәндәр юҡ саҡта тәҙрә пәрҙәләрен ысҡындырып алабыҙ ҙа, сәс тарағын микрофон итеп, баяғы бәрәстәргә концерт күрһәтәбеҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Бына, әйтерһең, әле саҡ һинд киноһынан килеп төшкәнбеҙ инде!
Бер йылы нәнәйем кәзә алды. Ҡышҡа табан уның бәрәстәре тыуҙы. Араларында береһе бигерәк шуҡ: ҡайҙа ғына менмәй ҙә нимәне генә кимермәй! Һинд артистары булып уйнағаныбыҙҙы башта малҡай шаҡ ҡатып ҡарап торҙо, аҙаҡ пыр туҙып өй буйлап сапты, ә инде беҙ мауығып китеп концерт ҡуя башлағас, бәрәстең ни эшләгәнен абайларға ла онотҡанбыҙ. Нәнәйем ҡайтып инергә лә ваҡыт күп ҡалмаған: тиҙ генә өйҙө йыйыштыра башланыҡ, пәрҙәләр эленде, ултырғыстар, көҙгөләр торған еренә ҡайтты. Бөтәһе лә үҙ урынында, әммә бәрәс юҡ бит! Тегенән, бынан ҡарайбыҙ, юҡ. Ни эшләргә? Юғалтыуҙан, әрләнеүҙән бигерәк берәй ерҙә ҡыҫылып үлеп ятһа тигән уйҙан апайым менән илап та ебәрҙек! Ағайым әрләшә, шыңшымаҫҡа ҡуша.
Бына нәнәйем ҡайтып инде. Ул аръяҡ урамда йәшәгән Тәскиә әбейгә сәйгә барған, беҙгә күстәнәстәр алып ҡайтҡан. Сисеп ебәргән ашъяулыҡтан тәмле-тәмле ризыҡ еҫе өйгә таралды. Бөтәһе лә тәртиптә, нәнәйем сәй ҡуйҙы ла тышҡа аҙбарға сығып китте. Беҙ тәмлекәстәрҙе ауыҙ итергә лә оялып, бүҫелеп ултырабыҙ. Ағайым үҙенә тейешле өлөштө алды ла әллә ҡасандан бирле уны көтөп йөрөгән малайҙары янына сығып китте. Нәнәйем килеп инеп, беҙҙе ҙур ҡунаҡтай итеп өҫтәл янына саҡырҙы. Шул саҡ ул да өйҙәге тынлыҡты шәйләп ҡалып, бәрәс ҡайҙа, тип һораны. Беҙ апайым менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ, яуап алмаған нәнәйем тынғыһыҙ малҡайҙы эҙләй башланы.
Бына шулай кискә тиклем бәрәс таба алмай йонсор инек, бер мәл ул үҙе тауыш бирҙе. Беләһегеҙме, ҡайҙан? Шифоньер башынан! Был хәлдән һуң беҙҙең аҙбарҙа ҡабат кәзә малы күренмәне.
Уның ҡарауы, ҡаҙҙар йонсота торғайны. Уларҙы көтөү үҙе бер эш, ә бына бәпкә сығарғансы инә ҡаҙ нәнәйемдән башҡа һәр кешене үҙенең дошманы тип белә ине, шикелле. Бигерәк тә мине яратмаған төҫлө. Иртән ул һике аҫтында ситәндән үрелгән ояла ине әле. Нәнәйем: “Ишекте элеп ҡал, йә кеше килеп кереп үҙеңде ҡурҡытыр”, — тип, яңы газ баллоны артынан юлланды. Барыһы ла һәүетемсә генә барҙы ла, нәнәйем ҡайтып ишекте шаҡыуы булды, теге ҡаҙ ояһынан килеп тә сыҡты бит. Ә һике тап өйгә ингән ерҙә. Нисек кенә асырға һуң ул ишекте? Ярты сәғәттән ашыу эске бүлмәнән ишек төбөнә сыға алмай ыҙаландым, ә нәнәйем тиҙерәк асыуымды һорай, сөнки газ ҡуйырға килгән кеше ашыға. Белмәйем, нисә тапҡыр ишеккә табан атлап ҡарағанмындыр, әммә ыҫылдаған ҡаҙ кире борҙо. Һуңғы ынтылышта йүгергәндә тәҙрәгә боролоп киттем, сөнки ҡаҙ миңә табан муйынын һоноп килә ине. Тәҙрә аша атылып тышҡа килеп сыҡтым. Нәнәйем, әрләмәне лә, һуҡранманы ла, туҡмау тураһында һүҙ ҙә юҡ. Үҙҙәре күпте күреп, аслыҡты кисергән быуын булғас, барыбер үтә сабыр, түҙемле инеләр.
Хәйер, былары бала саҡ уйындарынан иҫтә ҡалған хәтирәләр. Ә эш барышында, көндәлек тормошта күпме фәһем биреп, кинәйә менән аҡыл һеңдергән беҙгә улар?! Нәнәйем бер ваҡытта ла әрләп, ҡабат-ҡабат әйтеп эш ҡушманы. Киреһенсә, ул һәр нәмәгә үҙе башлап тотондо, ә беҙ ҡушылдыҡ.
Эшкә егәрлелеге генә түгел, бар асылы хазина булған икән дә уның! Үҙебеҙҙең төбәктәге ер-һыу атамаларының мәғәнәһен, ҡайһы урында ниндәй емеш үҫкәнен, ниндәй йәнлек йәшәгәнен ҡайҙан ғына белер инем – былар барыһы ла, әйтерһең, әкиәттән, бала саҡ урманынан.
Һәр саҡ үҙ алдына көйләп йөрөгән нәнәйемдең үҙе генә яратҡан йырҙары ла була торғайны. Тормоштоң төрлө һынауҙары уны ла урап үтмәгән, әммә ана шул халыҡ көйҙәренә күңеле менән һыйынып, йәшәргә көс тапҡандыр нәнәйем, тим. Бер ҡасан зарланып, эсем боша, кәйефем юҡ, тигәне булманы.
Ете класс белеме менән ҙур илдең төрлө тарафтарында йәшәгән туғандарына хат яҙҙы, гәзит-журналдан айырылмай йәшәне. Шуныһына иғтибар иткәнем бар: зыялылыҡ — кешегә тәбиғәттән бирелә торған сифат. Нәнәйемдә Хоҙай үҙе биргән әҙәп, ип бар ине, ул ҡайҙа, нимә әйтергә кәрәклеген белде. Тәбиғи интеллектты бер академия ла бирмәй, ул — халыҡтың быуындан быуынға күсеп килгән рухи хазинаһы!