Хужабикә булыу — изге эш07.03.2015
Уйламағанда класташты осраттым. Күптән күрешмәгәнбеҙ. Хәл-әхүәл һораштыҡ. Ғаилә хәлдәренән эшкә күстек. Дүрт бала әсәһе икән, ире матур ғына эшләп йөрөй. Үҙенә ҡағылғас, оялып, башын ситкә борҙо ла: “Хужабикә мин, — тине. Бер аҙ торғас, былай тип өҫтәне, — Тунеядец”... Ҡуй әле, тим, сәүит заманындағыса һөйләп тораһың, беҙ үҫкәндә генә шундай ҡараш бар ине. Миҫалға үҙемдең ҡатынды килтерҙем. Хәйер, уның да класташ һымаҡ фекерләүен өндәшмәнем. Белмәйем, хужабикә, әсә булыу менән ғорурланырға кәрәклеген аңлағандырмы-юҡмы, юлдар тағы айырылышты.
Хужабикә булыу — изге эшБыл хәл, бәлки, онотолған да булыр ине. Әгәр ҙә икенсе бер класташ менән күрешмәһәк. Уның ҡайғыһы осраштырҙы беҙҙе — әсәһе мәрхүмә булғайны. Сит өлкәнең ҙур ғына ҡалаһында йәшәй икән. Үҙенең эшен асҡанға ла байтаҡ ваҡыт. Әйтеүенсә, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Офисы бар, ҡул аҫтында хеҙмәткәрҙәре күп. Шуға ла әсәһен ерләү менән кире китеп тә барҙы. Атаһы, туғандары эргәһендә бер көн дә торманы. Ире лә бизнес өлкәһендә, ти. Бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Тәүге класташты осратҡанда ул икенсеһен өлгө итеп ҡуйғайны. “Ана, исмаһам, фәлән-фәлән бизнес менән шөғөлләнә, һәр йылды сит илгә сәйәхәткә баралар, ял итәләр... Ә бит мин дә насар уҡыманым. Юғары белемлемен...” Һәр кем яҙмышын үҙе һайлай. Ләкин мин күберәк хужабикәләр тураһында уйланам. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙан: “Эш юҡ бит, өйҙә ятам инде шунда”, — тип зарланыуын ишетәһең. Был һүҙҙәрҙе бигерәк тә ауылда йәшәгәндәр әйтә. Улар төрлө өлкәлә рәсми эшләп йөрөгән әхирәттәренән өйҙә тороуынан ояла, ошо турала һүҙ сыҡһа, әңгәмәне ситкә бора. Ғәмәлдә хужабикәләр эшләмәйме? Хужабикә булыуҙан оялырға кәрәкме? Һүҙем ошо хаҡта.


Түләһәк, күпме эш хаҡы алыр ине?


Хужабикә — үҙен өйөнә, балалары­на, иренә бағышлаған ҡатын-ҡыҙ. Улар­ҙың һәр береһе был изге ғәмәлде төр­лөсә аң­лата. Берәүҙәр эш юҡлыҡҡа зарлана, икен­селәр, киреһенсә, аңлы рәүештә ошоно һайлауын раҫлай. Ә бит, уйлап ҡараһаң, күп хужабикәләр эшләп йөрөгән ирҙәренә ҡарағанда ғаиләһенә күберәк килем кил­терә. Тик уларҙың хеҙмәте ҡулаҡса менән баһа­ланмай ғына.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тигән әйтем бар. Етмәһә, бик күренеп тә бармай. Беҙҙең, ирҙәрҙең, кәртәгә сөй ҡаҡһаҡ та эшебеҙ күренә. Булмаһа, хужабикәнең “көнө буйы биҙ­рә күсереп йөрөүен” аҡсаға һалып ҡа­райыҡ. Таң һарыһынан тороп, һыйыр һауыу, кө­төүгә ҡыуыу 100 һум булһын, ти. Кеше яллаһаң, уны икеләтә ҡа­йы­рып аласаҡ. Иртәнге алты-һигеҙ литр һөттөң хаҡы (литры 30 һумдан булған­да ла) — 180-240, ете йөҙ грамм ҡай­маҡ 150-170 һум тора. Төш етеүгә аш әҙерләү кәмендә — 150 һум, һауыт-һа­ба йыуыу — 50 һум. Ә бит иртәнге аш менән төшкөһө араһында ҡош-ҡорт ҡа­рау, эт-бесәйҙе ашатыу, быҙау эсереү, өй йыйыштырыу, башҡа ваҡ-төйәк эш­тәр ҙә бар. Белмәйем, быларҙы аҡсаға һалһаң, күпме булыр? Баш етмәй. Баш ҡына түгел, уртаса эш хаҡы алған ире­нең ҡатыны башҡарған йомош өсөн сит кешегә түләргә аҡсаһы ла етмәҫ ине.
Төштән һуң тағы баҡса, ҡош-ҡорт, бала­ларҙың өҫ-башын ҡарау, аш әҙер­ләү... Барыһын яҙып тормайым. Тик хужаби­кә­нең мәшәҡәттәре төнгө сәғәт 12-нән һуң һөт айыртыу йәки иренең, балаларының өҫ-башын хәстәрләү ме­нән тамамланыуын ғына әйтке килә.
Был юлдарҙы уҡығас, төрлө өлкәлә эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙ: “Бәй, беҙ ҙә ошо уҡ мәшәҡәттәргә сумғанбыҙ инде”, — тиер. Эйе, дөрөҫ, шуға ла гүзәл зат­тарыбыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөт­мәй, тип әйтәм. Тик был юлдарҙы ху­жа­бикә лә эшһеҙ түгел, ғаиләһенә килем килтерә тигән күҙлектән сығып яҙам.

“Үҙем һайланым”


Шулай тине бер ҡатын “Һин хәҙер сало­ныңды ҙурайтҡанһыңдыр инде?” — тигән һорауға. Уның элек бөҙрәхана асып, уңыш­лы ғына эшләп киткәнен белә инем. Дө­рөҫөн генә әйткәндә, хә­ҙер бөҙрәхана­һын һатып, хужабикә бу­лып китеүе аптыратты. Ғәжәп­лә­не­үемде күреп, ул ошо­лар­ҙы һөй­ләне: “Беренсе баламдың үҫкәнен күр­мәнем. Бизнес тигән булып, таңдан сығып китәм. Ир­тән уны уятып, ҡабаландырып, балалар баҡсаһына тапшырам. Кисен ирем алып ҡайта. Ярай әле ул ашарға бе­шерә, бала ҡараулы, өйҙө лә йыйыш­ты­ра. Ышанаһыңмы, бер заман ба­ла­ның миңә ҡарағанда атаһын, беҙгә йыш инеп йөрөгән күрше апай менән ағайҙы нығыраҡ яҡын күреүен, үҙемдән тамам ситләшеүен тойҙом. Минең өсөн тағы шул ҡурҡыныс булды — яратҡан ирем һыуына башланы. Баҡһаң, мин аҡ­саны күберәк эшләйем, тимәк, ғаи­ләне лә мин ҡарайым тип йөрөп, ошоно ҡаныма һеңдереп, ғаиләне ҡоршап тор­ған нес­кә генә ҡылды өҙә яҙғанмын. Ошонан һуң, нисек кенә йәл булмаһын, бизнесты ташланым. Хәҙер өсөнсө ба­ла­ға уҙҙым. Әсә, ҡатын булыу бәхетен той­ҙом. Ирем дә күберәк эшләргә, ғаи­ләне ҡарарға тырыша. Бына шулай, уға һис аптырарға ярамай”.

Белгестәр фекере


Психологтар билдәләүенсә, хужаби­кә булыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Белеүебеҙсә, һәр кеше холҡо, тәбиғәте-булмышы менән үҙенсәлекле. Берәүҙәр әүҙем тормошто ярата, икен­се­ләре — ултыраҡты. Шуға ла хужа­би­кәләрҙең кү­беһе һуңғы төркөмгә инә. Әйткәндәй, әүҙем тормошто үҙ иткән­дәр ҙә байтаҡ. Улар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, үҙ-ара аралашып, ҡул эштәренә өйрәнә. Был хужаби­кә­ләргә ҡайҙалыр рәсми эшкә йөрөгән­дәргә ҡарағанда еңелерәккә төшә, сөнки ва­ҡытты үҙҙәре билдәләй, ғаиләһенән башҡа бер кемгә бәйле түгелдәр.
Хужабикә булыуҙың кире яғына кил­гән­дә, психологтар әйтеүенсә, кешенең әүҙем тормош алып барыу (ҡайҙалыр эшләп йөрөү, төрлө ҡатлам кешеләре менән осрашыу, аралашыу һ.б.) телә­генә бәйле. Ундайҙар “өйгә эт кеүек бәйләнеп” тип уйлаусан. Кире яҡтан бер нисәүһен күрһә­тәйек:

- Хужабикә булыуҙың социаль әһә­миә­­те юҡ. Кеше (йәмәғәт) алдында мин — ялҡау, бер ҡайҙа ла эшләмәйем.
- Эшемде баһаламайҙар, йәғни йы­йыш­ты­рыусы һымаҡ өйҙә ятам. Үҫешә алмайым. Эйе, көн һайын ниҙер бәй­ләргә, яңы ризыҡ бешерергә өйрәнеп була. Тик бынан кемгә файҙа?
- Көндәлек бер төрлө тормош ялҡыт­ты. Күңелһеҙ.
- Эшләһәм, аҡсаһы булыр ине. Ке­ше һымаҡ эшләп, ял көндәрен көтөүе үҙе ни тора!
Бына быларҙың барыһы ла — хужа­би­кәләрҙең үҙҙәренә һеңдерелгән йәки һең­дерергә тырышҡан күңел торошо. Ә хәҙер улар үҙҙәре билдәләгән ыңғай яҡтарға туҡталып үтәйек:
- Балаларымдың эргәһендәмен. Бә­лә­кә­семә тейешле йәшенә тиклем күкрәк һөтө имеҙә алам, бер ҡайҙа ла ҡаба­ла­нырға түгел. Ҙурҙарын балалар баҡса­һы­на йөрөтмәнем, үҙемдең эргә­лә үҫ­те­ләр. Мәктәпкә йылы аш ашатып ебәрәм. Ҡар­шы алам. Иремде тейе­шенсә ҡарайым.
- Эшләп йөрөгәндә (хужалыҡта, ойош­ма­ла) әхирәттәрем генә түгел, хатта ту­ған­дар менән дә күрешергә ваҡыт юҡ ине. Хәҙер ҡасан теләйем, шунда сы­ғып китәм. Элек, ҡасан эш урынымды ҡыҫ­ҡар­тырҙар, “шеф” нимә тип әйтер, тип үҙемде бөтөрә торғай­ным. Хәҙер бындай ҡурҡыу­ (стресс) бөттө. Һау­лы­ғым­ды теләгәнсә хәстәр­ләйем. Ҡул эш­тәренә ваҡытым ҡала: бәйләйем, си­гәм. Аш-һыуҙы ҡаба­лан­май ғына бе­шерәм. Көн дә төрлән­дерәм. Ирем дә, балалар ҙа ҡәнәғәт.


Хужабикә булыуҙың ыңғай яғына кил­гәндә, “ҡул эштәренә ваҡытым ҡала” ти­гәненә иғтибар итәйек. Ысынлап та, улар үҙҙәре ваҡытын билдәләй ала. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китмәйем. Ауылдашым Ғәззәбаныу инәйгә (күптән мәрхүмә инде) генә туҡталғы килә. Со­вет осоронда “тунеядство” тигән бик хәтәр төшөнсә бар ине. Ул хатта енә­йәткә тиңләштерелде. Кеше мотлаҡ ниндәйҙер ойошмала эшләргә тейеш, йәнәһе. Ғәззәбаныу инәй ауырый ине. Был түрәләргә оҡшаманы, ошо ҡараш күндәм халыҡҡа күсте. Ләкин уны “нетрудовой доход ала” тип йә башҡа сә­бәп та­бып, силсәүиткә йыш саҡырт­ты­лар. Сөнки ул мамыҡ кәзәһе аҫраны, көнө-төнө шәл бәйләне. Сире буйынса би­релгән аҡсаһы дарыуға ла етмәгән­дер бисараның. Ләкин ул шәл бәйләп яң­ғы­ҙы өс балаһын үҫ­терҙе, аяҡҡа баҫтыр­ҙы. Бының хужабикә булыуҙа ни ҡы­ҫы­лышы бар, тиер берәү. Бар. Сөнки ул теләгән ваҡытында бәйлә­менә тотона ала ине. Ул заманда көнө буйы колхоз эшендә йөрөп, аҙ ғына аҡса алған ҡа­тындарҙың да байтағын шәл йәшәтте. Тик улар колхоз эшенән, шул уҡ йорт мәшәҡәттәренән һуң төндәр буйы бәй­ләне. Шуға ла күбеһенең һау­лығы бөт­тө, күҙҙәре күрмәй башланы. Дауаха­наға йөрөй алманылар тиерлек – колхозға бәйле инеләр. Эйе, өй­ҙәренә, ғаиләлә­ренә түгел, тәү сиратта – колхозға!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке ки­лә: хужабикә булыу – изге эш, шул уҡ ва­ҡыт­та ғо­рурланырлыҡ һөнәр ҙә. Ки­лер бер көн, беҙҙең ҡатындар ҡайҙа барһа ла тултырыла торған ҡағыҙ­ҙар­ҙағы “эш уры­ны” тигән һорау тапҡы­ры­на “хужабикә” тип ғорурланып яҙып ҡуйыр.


Вернуться назад