“Сөйөмбикә”ләрҙең һөйөнөсө ҙур07.03.2015
“Башҡортостан” гәзитенә йыл һайын яҙылам, яратып уҡыйым, хатта дуҫтарыма ла биреп ҡайтарам. Ауылыбыҙ ҙур түгел, һикһәнгә яҡын хужалыҡта 200-ләп кеше йәшәй. Беҙҙә почта бүлексәһе булмағас, баҫмаларҙы аҙнаһына ике тапҡыр район үҙәге Раевканан ташыйҙар.

Бер-береһенән 15 саҡрым тирәһе йыраҡлыҡта урынлашҡан “Раевка” совхо­зы­ның Красный Клин бүлексәһе һәм Үрәҙмәт ауылдары араһын даими тапау һәр кемдең дә ҡулынан килмәйҙер. Ә бына почтальон Гөл­нара Сәләхова гәзит-журналды ҡабул итеү менән, таратып та сыға.
“Иң ҡатмарлыһы — гәзит-журналдарға яҙылыу осоро”, — ти Гөлнара Рәйес ҡыҙы.
Эйе, һуңғы йылдарҙа был эш почта хеҙмәткәрҙәренә еңел бирелмәй. Әммә өй һайын йөрөп, ауыл халҡы менән ҡат-ҡат һөйләшеү алып барыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Ундай ауыр мәшәҡәтте лә Гөлнарабыҙ уңышлы башҡара. Әйткәндәй, ул Үрәҙмәт ауылында – 14, Красный Клинда ике дана “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырыуға иреште! Бығаса был баҫманы бер кем дә алдырмай ине.
Беҙ ҙә, “Сөйөмбикә” ансамбленә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар, “Башҡортостан”ға барыбыҙ ҙа яҙылдыҡ. “Рәхмәт инде һиңә, Гөлнара, шәп гәзит, рәхәтләнеп уҡыйбыҙ”, — ти үҙешмәкәр артистар.


Вернуться назад