(Люциә Урманшина, “Ышандырғайнылар бит...”, 2015 йыл, 27 ғинуар)
Балаларыбыҙ мәктәпкә йәйәү йөрөргә мәжбүр. Транспорт туҡталышына тиклем бер саҡрым ер үтергә, ҡышын көрт кисергә тура килә, тип һуҡранғайны гәзит уҡыусы.Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “2012 йылдың 29 декабрендә сыҡҡан “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы 273-сө Федераль закондың 40-сы статьяһына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары уҡыусыларын бушлай йөрөтөү бурысы ошо уҡ мәктәптәрҙе ойоштороусыларға йөкмәтелгән.
Быға тиклем уҡыусыларҙың ата-әсәләренән әлеге хәл буйынса бер мөрәжәғәт тә, ялыу ҙа булмаған. Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы иһә мәктәп балаларын йөрөтөү мәсьәләһен хәл итергә әҙер”.