Юл йүнәтелер ҙә ул...07.03.2015
(Ф. Әхмәҙуллин, “Кеше ғүмерен ҡайғыртһындар ине...”, 2015 йыл, 23 ғинуар)


Уҡыусыбыҙ Өфө ҡалаһының Октябрь районына ҡараған Нуғай ауылында йәйәүлеләр өсөн уңайлы юл булмауына әсенеү белдергәйне. Еңел транспорттың да, йөк машиналарының да ағымы көндән-көн көсәйеүе сәбәпле, асфальттың емерелеүе ҡыуаныслы хәл түгел, әлбиттә.

Район етәкселеге иһә был мәсьәләгә тү­бән­дәгесә аңлатма бирә: “2002 йылдың 2 ма­йын­да­ғы 85-се “Төҙөлөш нормалары һәм ҡа­­ғи­ҙәләре”нең 1.1-се “Автомобиль юлдары” пунктына ярашлы, Нуғай ауылындағы тәүле­генә 200 машина үткәргән юл 5-се кате­горияға ҡарай. Ошонан сығып, был ер ара­уығына 4,5 метр киңлектә ҡырсынташ, тупраҡ түшәү талап ителә”. 2013 – 2014 йылдарҙа билә­мәнең кеше йәшәгән урамдарына таш йәйеү, Совет, Әхмәт Лотфуллин, Парк исем­леләрен асфальтлау, тигеҙһеҙ­лектәрҙе йүнә­теү эштә­ре башҡарылыуы, башланғыстың киләсәктә лә ошо юҫыҡта да­уам ителәсәге хаҡында әйтелә Октябрь районы хакимиәтенән килгән яуап хатында. Шулай ҙа уҡыусыбыҙҙың Һа­мар – Силәбе юлы­нан алып Нуғай ауылына тиклемге араның кис яҡтыртылмауы тура­һын­дағы борсоулы хәбәре ситләтелгән, уны хәл итеү ваҡыты тураһында мәғлүмәт бөтөнләй юҡ.


Вернуться назад