Өйөң булһа, төҙөк булһын07.03.2015
10 — 11 мартта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цициндың һәм уның күҙәтеү советы рәйесе Сергей Степашиндың эш сәфәре менән Башҡортостанға килеүе көтөлә.
Сәфәр барышында улар Рәсәй юристары ассоциацияһы көнө айҡанлы ойошторолған “Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй конференцияһы эшендә ҡатнашасаҡ. Фонд вәкилдәре төбәктә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрәсәк.