Йәшәйештең асылы нимәлә?07.03.2015
Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ваҡыт менән бергә атлай, төрлө техника төрҙәрен үҙләштерә, хатта ҡасандыр ир-егеттәрҙеке генә һаналған һөнәргә эйә була, ғаилә хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә ала. Гүзәл зат иңенә бигерәк ҙур бурыстар йөкмәтелгән түгелме? Ошо һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе:
– Бының менән һис риза түгелмен. Ҡатын-ҡыҙ бөтөн нәмәне лә үҙ өҫтөнә алмай. Аҡыллы гүзәл зат кәрәген һиҙҙермәй генә кем менәндер бүлешеп эшләргә белә. Уның аҡыллылығы шунда. Ир-егеттәрҙе лә донъяға ул тыуҙыра бит.
Илдар СЫРТЛАНОВ, Республика перинаталь үҙәге табибы, медицина фәндәре кандидаты:
– Ысынлап та, донъя үҫеше ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла сағылыш тапмай ҡалмай. Ҡайһы бер гүзәл зат уҡыу, карьера эшләү, фатир алыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итә-итә, үҙҙәренең төп йәшәйеш асылы әсә булыуы тураһында онотмаһын ине. Сөнки йылдар үткән һайын, сәләмәтлек ҡаҡшай, имен-һау бала табыу мөмкинлеге кәмей. Љыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер тулы булмаған ғаиләләр күп. Єлеге лә баяғы, бала тәрбиәләү ҙә ҡатын иңенә төшә.
Юрис САФИУЛЛИН, Мәсетле районының ветерандар советы рәйесе:
– Ҡатын-ҡыҙ элек-электән ауыр замандарҙа нескә генә, әммә көслө иңдәрендә тотош Рәсәйҙе ҡурсалап алып ҡалған. Әле лә шулай. Автоһәүәҫкәр булараҡ, тағы бер нәмәне әйткем килә. Беҙ, ирҙәр, машина булһаҡ, ҡатын-ҡыҙ – уның руле. Әгәр ул эшлектән сыҡһа, һәләкәтте көт тә тор. Әгәр ул төҙөк икән, донъя ла имен, бәлә-ҡаза ла урап үтер.
Лилиә ҒИНИӘТУЛЛИНА, юрист, Ҡариҙел районы:
– Атайыбыҙҙың, иребеҙҙең, ағайыбыҙҙың, ғөмүмән, ир-егеттәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыу, уларға ниндәйҙер эште үҙ белдегенә атҡарыу хоҡуғын ҡалдырыу кәрәктер, минеңсә. Хоҙай уларҙы бушҡа ғына көслө зат итеп яралтмаған бит.
Ишбулды БИЛАЛОВ, һөнәрмән, Йылайыр районы:
– Был хәлгә ыңғай ҡарайым. Улар күптән хатта автомобилде “ауыҙлыҡланы” бит. Форсаттан файҙаланып, республикала йәшәгән гүзәл затты байрам менән ихлас ҡотлайым!